Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “ТАМЫР” бейеклек яулай
“ТАМЫР” бейеклек яулай 25 – 26 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалының 25 йыллығына арналған ҙур байрам ойошторола. Юбилейға федераль каналдарҙан, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһынан ҡунаҡтар, Ҡаҙағстан, Татарстан, Саха (Яҡут), Удмуртия һәм башҡа төбәктәрҙәге балалар телеканалдары етәкселәре саҡырылды. Байрамдың махсус ҡунағы – “АБВГДейка” программаһының художество етәксеһе һәм алып барыусыһы Татьяна Кирилловна Черняева.
Тамашасыларҙы телеканал ҡарамағындағы “Тамыр” вокал студияһы һәм республикалағы балалар коллективтарының алып барыусылары ҡатнашлығында сағыу концерт программаһы көтә. Ижади команда “Тамыр”ҙың тәүге алып барыусылары менән бер нисә бүләк тә әҙерләй.
Бынан тыш, телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн дә байтаҡ файҙалы саралар ойошторола. Матбуғат конференцияһы, “түңәрәк өҫтәл”, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, ҡунаҡтар республика телерадиотапшырыуҙарында ҡатнашасаҡ.
Әйткәндәй, юбилей саралары, анығыраҡ әйткәндә, үҙенсәлекле бүләк-ваҡиғалар, “Тамыр”ҙа инде ике ай дауам итә. 2 мартта, телеканалдың тыуған көнөндә, БЮТ каналында “Балалар көнө” һәм уҡыусылар өсөн дискотека үткәрелде. Һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балаларға “Родина” кинотеатрында фильмдар күрһәтелде. “Тамыр” кубогына үҫмерҙәр араһында уҡ атыу буйынса “Уғатар” турниры, телеканалда Асыҡ ишектәр көнө һәм башҡалар һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер, моғайын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр? 13.10.2018 // Яңылыҡтар

15 октябрҙә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Өфө аэропортына исем биреү буйынса халыҡ тауышын...

Тотош уҡырға 51

Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ

Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ 04.10.2018 // Яңылыҡтар

Рәсәй Журналистар союзы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы “Башҡортостан журналисы” корпоратив...

Тотош уҡырға 85

Тележурналистар тәжрибә уртаҡлаша

Тележурналистар тәжрибә уртаҡлаша 25.09.2018 // Яңылыҡтар

27-29 сентябрҙә Өфө ҡалаһы билдәле тележурналистар десантын ҡабул итә. III Бөтә Рәсәй “Йылдың...

Тотош уҡырға 53

Микроавтобустар килә

Микроавтобустар килә 25.09.2018 // Яңылыҡтар

“Башавтотранс”– төбәктә халыҡты ташыу хеҙмәтен үтәгән иң ҙур компанияларҙың береһе. Республикала...

Тотош уҡырға 75

Республика Башлығы — Октябрьскийҙа

Республика Башлығы — Октябрьскийҙа 24.09.2018 // Яңылыҡтар

22 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында булды. Эш сәфәре барышында...

Тотош уҡырға 69

Төйәләҫ аша – яңы күпер

Төйәләҫ аша – яңы күпер 23.09.2018 // Яңылыҡтар

Баймаҡ районында Сибай – Күсәй автомобиль юлында Төйәләҫ йылғаһы аша Әбйәлил районы сигенә тиклем...

Тотош уҡырға 180

Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ

Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ 20.09.2018 // Яңылыҡтар

«Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһы ошо көндәрҙә Өфөлә барған 48-се Бөтә...

Тотош уҡырға 81

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы?

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы? 19.09.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда көндәр һыуытты, ямғырҙар башланды. Көҙгө эштәрен тамамлап өлгөрмәгәндәр борсола:...

Тотош уҡырға 171

Психатрия бригадалары кәмемәй

Психатрия бригадалары кәмемәй 16.09.2018 // Яңылыҡтар

Республикала психатрия бригадалары ҡыҫҡартыу тураһындағы фарман ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр итә...

Тотош уҡырға 77

Ышанһаң — ышан...

Ышанһаң — ышан... 16.09.2018 // Яңылыҡтар

Һөттөң сәләмәтлек өсөн файҙалы икәнен күптән беләбеҙ. Әммә уның йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен...

Тотош уҡырға 95

Ямғырҙар башлана

Ямғырҙар башлана 14.09.2018 // Яңылыҡтар

Тиҙҙән Башҡортостанға ямғырҙар киләсәк....

Тотош уҡырға 124

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт 14.09.2018 // Яңылыҡтар

Награда алыусыларҙан бер төркөм: “Аманат” журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған...

Тотош уҡырға 196