Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә…

25-07-2017, 02:28 // Информация // Баҫып сығарырға
Башҡортостанда төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн 2018 йылға күргәҙмә-йәрминкә һәм конгресс саралары планы раҫланды. Республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығындағы матбуғат хеҙмәтенән ошо турала хәбәр иттеләр.

Документҡа башҡарма власть органдарының күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә һәм конгрестарҙа ҡатнашыуының һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән саралар индерелгән. Бынан тыш, төбәк делегацияһының ҙур форумдарҙа, конгрестарҙа ҡатнашыуы ла күҙ уңында тотола. Улар араһында – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы, Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы, Красноярск иҡтисади форумы һәм башҡалар.


“Бөйөк Ебәк юлы буйлап”

Мәскәүҙә “Бөйөк Ебәк юлы буйлап” үҙенсәлекле халыҡ-ара арт-проектының тәүге этабы тамамланды. Ул Италия, Ҡытай һәм Рәсәйҙән йөҙҙән ашыу рәссамды берләштерҙе. Рәсәйҙе иһә проектта Башҡортостандан иллегә яҡын рәссам сағылдырҙы.

Арт-проект илебеҙҙең баш ҡалаһында июндә башланғайны. Ул бер үк ваҡытта өс майҙансыҡта – “Беляево” художество галереяһында, Artime арт-клубында, Imperium Group күргәҙмә залында үтте. Бер ай эсендә күргәҙмәләргә меңдәрсә кеше килде. Рәссамдарҙың 220-нән ашыу эше төрлө стилдә башҡарылған. Улар Мәскәү тамашасыһын өс ил менән таныштырып ҡына ҡалманы, донъяға ҡараштарҙың төрлөлөгөн сағылдырҙы.
Күргәҙмәләр барышында төрлө мәҙәни акциялар – концерттар, рәссамдарҙың оҫталыҡ дәрестәре, сәнғәт тураһындағы лекциялар ойошторолдо, Башҡортостан режиссерҙарының фильмдары, авторлыҡ кейем-һалым коллекциялары күрһәтелде.
Был көндәрҙә хәйриә аукционы ла үткәрелде. Һатылған картиналарҙан килгән аҡса инвалид балаларға ярҙам фондына, атап әйткәндә, “Мәрхәмәт” хәйриә белем биреү фондына тапшырылды. Ике тиҫтәгә яҡын эш шулай уҡ ошо фондҡа бүләк ителде. “Мәрхәмәт” уларҙы һатып, аҡсаһын балаларға ярҙамға йүнәлтәсәк.
Проекттың киләһе этабын октябрҙә, Республика көнөнә арнап, Санкт-Петербургта асыу күҙаллана. Артабан халыҡ-ара күргәҙмәләрҙе Италияла һәм Ҡытайҙа ойоштороу ҡарала.


Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа – мәктәп ҡоймаһы,
Зеленый Клинда – һыу үткәргес


“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ысын эштәр” проектына ярашлы, Әлшәй районында саралар әүҙем дауам итә. Программаның төп идеяһы – граждандарҙың башланғыстарын һайлап алыу юлы менән көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү. Районда проектты тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан 2 миллион 851,4 мең һум аҡса бүленгән.

– Әле бөтә аукциондар үткәрелде тиерлек, подрядсылар менән эш башҡарыуға килешеүҙәр төҙөлдө. Район халҡының наказдарын мөмкин тиклем тулыраҡ үтәү өсөн депутаттар корпусы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, – тине партияның урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Раиса Козловская.
Быйыл райондағы һигеҙ ауыл программаның өсөнсө этабына ҡушылды. Бөтә саралар халыҡ ҡатнашлығында билдәләнде. Исемлеккә Ҡырым, Урәҙмәт, Никифар ауылдарында юлға асфальт түшәү, клубты төҙөкләндереү, Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа мәктәп ҡоймаһын капиталь ремонтлау, Зеленый Клин ауылында һыу үткәргес селтәрен йүнәтеү инә. Ә Раевкалағы Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереү Әлшәй районында иң күләмле проект буласаҡ. Эште быйыл ноябрҙә тамамлау күҙаллана. Ибрай ауыл Советында күптән түгел генә балалар баҡсаһы ҡоймаһы төҙөкләндерелгән.


Кем ул Николай Киселев?

Мәскәүҙә ТАСС мәғлүмәт агентлығы майҙансығында
Кино фондының аҡсалата ярҙамына дәғүә иткән 53 компанияның 57 проектын яҡланылар.
Улар араһында – триллерҙар, комедиялар, фантастика,
мажаралы һәм тарихи картиналар.

Һуңғылары иҫәбендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 200-гә яҡын йәһүдте ҡотҡарған партизан Николай Киселев хаҡындағы “Ҙур ер” фильмы ла бар. Төп ролде Сергей Безруков башҡарасаҡ.
Николай Киселев Башҡортостанда тыуып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙ теләге менән фронтҡа китә, Вязьма, Мәскәү эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша. Әсирлеккә төшә, унан ҡасып, Көнбайыш Белоруссияға эләгә. Ошонда ул “Месть” партизан отряды ағзаһы булып китә. Улар Долгинов халҡын яҡлай. 1942 йылдың авгусында партизан бер төркөм яугирҙәр менән кешеләрҙе оккупация зонаһынан сығарырға ҡарар итә. Был эш өс ай самаһы дауам итә. Һөҙөмтәлә 200 кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалына.
– Партизан Николай Киселев дошман баҫып алған биләмә, немец кордондары, ҡара урмандар, һаҙлыҡтар аша йәһүд ҡарттарын, балаларын һәм ҡатын-ҡыҙҙарын “Ҙур ергә” сығара, – тине фильмдың режиссеры Анна Матисон. – Был – ысынлап булған ваҡиға. Уны беҙ экранға һәр нескәлегендә, теүәл күсерергә тырыштыҡ.

Күмертауҙа гипс тарттыралар

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы, Күмертау ҡалаһы хакимиәте һәм Сандин гипс эшкәртеү комбинаты “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Инвестиция проектының маҡсаты – гипс ташын ваҡлау һәм унан тарттырылған гипс етештереү ҡулайламаһын сафҡа индереү. Проектты ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә 10 миллион һум самаһы инвес­тиция аҡсаһын үҙләштереү һәм 28 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.