Университетҡа — сәсән исеме

30-08-2017, 00:38 // Информация // Баҫып сығарырға
Башҡорт дәүләт университетына Мөхәмәтша Буранғолов исемен биреүҙе тәҡдим итәләр. Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Флүр Ғәлимов социаль селтәрҙә ошондай башланғыс менән сыҡты.

Идеяны күптәр хуплап ҡабул итте. Яҙыусылар союзы ултырышында ошо мәсьәләне тикшергәндән һуң, республика етәкселегенә мөрәжәғәт итергә ниәтләйҙәр.
Мөхәмәтша Буранғолов — халыҡ сәсәне, драматург, ғалим фольклорсы, “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын яҙып алыусы, шулай уҡ халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын йәмәғәтселеккә еткереүсе.