Рәсәй табиптары 2019 йылда пациенттарҙы клиник тәҡдимдәр системаһы буйынса дауалай башларға ниәтләй. “Известия” гәзите, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һылтанып, ошо турала хәбәр итте.
Башланғыстың тәҡдим рәүешендә генә булыуына ҡарамаҫтан, табип бынан ары бәхәсле осраҡтарҙа ҡағиҙәнән тайпылыуын аңлатырға тейеш. Медиктарға ауырыуҙарҙы дауалау өсөн аныҡ ғәмәлдәр тәҡдим ителә: дарыуҙар, диагностикалау һәм дауалау алымдары күрһәтелә. Киләһе йыл аҙағына тиклем был система бөтә төбәктәргә таратылырға тейеш. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, 2017 йылдан әлеге система табиптарҙың автоматлаштырылған эш урындары аша бөтә ерҙә ғәмәлгә индерелә башлай. Эш 2018 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.