Һайлау киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итә

10-09-2017, 17:35 // Информация, Сәйәсәт, Йәмғиәт, Анонстар // Баҫып сығарырға
Һайлау киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итәБылтыр сентябрҙә - Берҙәм һайлау кѳнѳндә Белоретта ямғыр булғайны, быйыл да кѳн йонсоу тора, әммә үҙ ҡалаһы яҙмышына битараф булмаған белореттар яйлап булһа ла һайлау участкаларына барып, үҙенә оҡшаған кандидат ѳсѳн тауыш биреүен дауам итә. Һайлауға күберәк халыҡты йәлеп итеү маҡсатында мәктәп йәрминкәләре лә ойошторолдо.

Урындағы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Мѳхәмәтшина белдереүенсә, кѳндѳҙғѳ сәғәт 3-кә ҡарата һайлаусыларҙың 29,3 проценты тауыш биргән. Бѳрѳ муниципаль районында барған һайлауҙа ошо ваҡытҡа ҡарата 12,61 процент һайлаусы ҡатнашҡан, Ѳфѳ районында иһә 29 процент.
Айырым һайлау участкаларына килгәндә, Белорет ҡалаһының 17-се гимназияһында урынлашҡан 1290-сы һайлау участкаһында ошо ваҡытҡа ҡарата һайлау Һайлау киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итәхоҡуғына эйә булған халыҡтың 15 проценты тауыш биргәйне. Ә Абҙаҡ ауылындағы урындағы ауыл Советына депутат һайлауҙа халыҡтың 43 проценты ҡатнашҡан.
Һайлау киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итә, шуға ла был һандар күпкә артыр, тип ѳмѳт итәләр һайлау участкаларында.

Автор фотолары.

Һайлау киске сәғәт 8-гә тиклем дауам итә
Автор: Р. Мусина.