Рәсәй энергетиктары – Өфөлә

18-10-2017, 00:07 // Информация, Сәйәсәт // Баҫып сығарырға
Рәсәй энергетиктары – ӨфөләБаш ҡалала XVII Рәсәй энергетика форумы башланды. Унда илдең энергетика һәм йылылыҡ тармағында эшләгән һәм ошо йүнәлештә тауарҙар етештергән предприятиелары ҡатнаша.
Форум “Башҡортостан энергетикаһы” халыҡ-ара һәм “Йылылыҡ менән тәьмин итеү.



Электротехника. Кабель” XXIII махсуслашҡан күргәҙмәләре менән асылды. Рәсми өлөш иһә “Заман энергетикаһы – күп вариантлы үҫеш” тигән пленар ултырыш менән башланды. Унда республика етәкселеге лә ҡатнашты.
“Яңыртылған энергетика проекттары: донъя, Рәсәй һәм төбәк практикаһы” темаһы буйынса әңгәмә ойошторолдо. Шул уҡ көндә “Энергетиканың заманса киләсәге”, “Башҡортостанда йылылыҡ энергетикаһы мәсьәләләре һәм үҫеш перспективалары”, “Ел энергетикаһы: генерация объекттарын төҙөү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа кәртә һәм сикләүҙәр”, “Энергохә­үефһеҙлек. Ҙур авариялар – һабаҡтар һәм һығымталар” темаларына “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо.
Форум өс көн барасаҡ. Уның эше тураһында тулы мәғлүмәтте киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ.