Һаман тәртип юҡ бында...

9-01-2018, 00:05 // Информация // Баҫып сығарырға
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың үткән йыл аҙағында уҙғарылған матбуғат конференцияһында, ғәҙәттәгесә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә урап үтмәнеләр. Ил етәксеһе идарасы компанияларҙы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү схемаһынан айырырға тәҡдим итте.

Владимир Владимирович был ойош­ма­ларҙың намыҫһыҙ эш итеүенә – халыҡтан йыйылған аҡсаны ресурс (газ, һыу, йылылыҡ һәм башҡалар) менән тәьмин иткән ойошмаларға үҙ ваҡытын­да һәм тулыһынса күсермәүе айҡанлы борсолоу белдерҙе. Уның әйтеүенсә, был эштең тейешенсә башҡарылыуын бер кем дә күҙәтмәй.
Статистика хәбәр итеүенсә, фатир хужаларының 95-97 проценты коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшә. Торлаҡ йорттарға идара иткән компания­ларҙың барыһы ла намыҫһыҙ тип булмай, әлбиттә. Ләкин, “бер тәртипһеҙ һы­йыр бөтә көтөүҙе бысрата” тигән кеүек, аҡса йыйыу һәм күсереү сылбырында өҙөклөк тыуҙырған ойошмалар ҙа юҡ түгел. Һөҙөмтәлә был ресурс менән тәьмин итеүҙә ҡатмарлыҡтар тыуа.
Рәсәй Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры Евгений Богомольный белдереүенсә, коммуналь хеҙмәт өсөн һыу йәки йылылыҡ биреп тор­ған ойошмаларға туранан-тура түләүгә күсеү проблеманы хәл итә алмаясаҡ. Бындай хеҙмәтләндереү өсөн ваҡытында түлә­мәүҙе ғәҙәт итеп алған ҡайһы бер фатир хужалары менән, мә­ҫәлән, торлаҡҡа идара итеү компаниялары үҙҙәре шөғөл­ләнә, кәрәк булғанда эште судҡа еткерә, ләкин энергетика йәки һыу-канализация ойош­маларының ундайҙар менән була­шырға ваҡыты һәм тейешле белгестәре юҡ. Улар ошондай хужалар йәки башҡа төрлө бәхәсле мәсьә­ләләр менән шөғөлләнеү өсөн штатҡа юристар ҡабул итһә, бүтән төрлө өҫтәмә мәшәҡәттәрҙе иңдәренә алһа, был коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙе арттырмаҫмы?
Ил етәксеһе шулай коммуналь хеҙмәт­ләндереү хаҡының билдәләнгән норманан ашып китеүенә юл ҡуйылырға тейеш түгеллеген иҫкә төшөрҙө. Рәсәй­ҙең ­тө­ҙө­лөш министры Михаил Мень, үҙ сиратында, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәкселеге менән бер­лектә тиҙ арала ошо проблеманы хәл итеүгә тото­насаҡтарын белдерҙе. Эксперттар торлаҡ-коммуналь хужалыҡты тамырынан үҙгәр­тергә кәрәклеген билдәләй һәм унда йә дәүләт-хосуси эшмәкәрлеге булдырырға, йә концессия (айырым хоҡуҡтарҙы тапшырыу тура­һын­дағы килешеү нигеҙендә эшләү) ысулын ҡулланырға тәҡдим итә.