Президент булам тиһәң...

9-01-2018, 00:05 // Информация // Баҫып сығарырға
7 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы президенты вазифаһына үҙ-үҙен тәҡдим иткән кандидаттарҙан документтар ҡабул итеү тамамланды. Был көнгә уларҙы Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына биш кеше тапшырҙы.


Һайлау кампанияһы башланған мәлдән алып 46 граждан президент итеп һайланырға теләк белдергәйне, әммә документтарын ни бары ун бише генә тапшырҙы. Үҙәк һайлау комис­сияһы ҡабул иткән рәсми ҡағыҙҙарҙың барыһы ла закон нормаларына яуап биреү йәһәтенән мотлаҡ тикшереләсәк.
Әле В.В. Михайлов һәм В.В. Путин кандидаттарҙың махсус һайлау иҫәбен асты, һәм улар һайлау кампанияһы нигеҙендә (киң мәғлүмәт сараларынан тыш) агитация алып барырға хоҡуҡлы.
Рәсәй президентын һайлау кампанияһы башланғандан алып Үҙәк һайлау комиссияһына сәйәси партияларҙан кандидаттар күрһәтеүгә бәйле саралар үткәреү теләге сағылған 21 бел­дереү килде. Әйткәндәй, комиссия сәйәси партиялар тәҡдим иткән кандидаттарҙан документты 2018 йылдың 12 ғинуарында төнгө сәғәт 12-гә тиклем ҡабул итә.