Республика синоптиктары киләһе өс көндә һауа шарттарының насар буласағы хаҡында иҫкәртә.


Башҡортостанда болотло көндәр өҫтөнлөк итәсәк. Республика буйынса көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарға һырынты һалыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 9-14 метр, буран мәлендә 15-20 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ 2-7 градус һалҡын буласаҡ.
Бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә. Ел — көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан. Һауа температураһы төндә 8-13 градусҡа, аяҙытҡанда 20 градусҡа тиклем түбәнәйә. Көндөҙ йылыраҡ — минус 6-11 градус. 10 ғинуарҙа һауа шарттарында әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы дауам итә.