Намыҫһыҙҙарға кәртә ҡуйыла

9-01-2018, 00:05 // Информация // Баҫып сығарырға
Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт Думаһы тарафынан былтыр 15 декабрҙә ҡабул ителгән һәм Федерация Советы тарафынан 26 декабрҙә хупланған “Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 360-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Был закон сығарыу башланғысын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәҡдим иткәйне.
Закон хеҙмәт ҡануниәтенең үтәлешен пландан тыш тикшереү өсөн нигеҙ булған сәбәптәр исемлеген киңәйтә.



— Хеҙмәт инспекцияһы тарафынан эш биреүселәрҙе тикшереү өсөн нигеҙ булып торған сәбәптәр даирәһе әлегә тиклем ярайһы уҡ сикле ине. Намыҫһыҙ эшҡыуарҙар ҡануниәттәге ошо етешһеҙлектән файҙалана торғайны. Атап әйткәндә, улар кешеләрҙе хеҙмәт мөнәсәбәт­тәрен рәсмиләштермәйенсә эшкә ала. Һөҙөм­тәлә ҡартлыҡ буйынса пенсияға, сирләү осоро өсөн түләү, бәхетһеҙ осраҡтарҙан страховкалау, социаль тәьминәттең бүтән төрҙәре гарантияланмай, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Хеҙмәтсән­дәр­ҙең хоҡуҡтарын яҡлау өсөн Дәүләт Дума­һына ошондай башланғыс менән мөрәжәғәт иттек. Закон проекты йылдам тикшерелде һәм Рәсәй парламентының ике палатаһында ла бер­ҙәм хуплау тапты. Дәүләт башлығы ла теләктәшлек күрһәтте. Яңы законға илдең бөтә төбәктәрендә лә мохтаждар.