Телефонһыҙ “миллионер”

10-01-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Яңы йыл мәлдәрендә ирекһеҙҙән бала саҡ хәтирәләренә биреләһең. Билдәле, ғаилә байрамы бит. Тик эш унда ғына түгел, тау шыуыуҙар, Ҡыш бабай күстәнәстәре, бүләктәр һәм битлек-костюмдар тураһында ла түгел һүҙем әлегә. Мөғжизә! Бына нимә хаҡында уйлағанда иҫкә төшә бала саҡ.

Хәтерләйһегеҙҙер, ололарҙың һүҙҙәренә ышанып, Яңы йыл төнөндә ниндәйҙер хыялыңдың тормошҡа ашҡанын көтә инек. Тора-бара зәңгәр экрандарға төбәлеп хыялландыҡ. Аҙаҡ иһә тормош үҙе алдаҡсыға тимәйем, алдатҡысҡа әйләнде.
Бала саҡ... Телевизор... Нисәнсе йыл һәм нисәнсе класта уҡығанмындыр – хәтерҙән юйылған, ә бына ваҡиғаһы хәтерҙә мәңгегә уйылған. Яңы йылға бер нисә көн ҡала Беренсе каналдан иҫ киткес акция тураһында иғлан иттеләр. Ниндәйҙер компания бағыусылыҡ итеп, канал үҙенең телевизор ҡараусылары араһында 1 миллион һум уйнатырға булды. Был тиклем аҡсаны отоуы үтә лә еңел ине, тик бер шарты ғына бар. Яңылышмаһам, өс көн буйына айырылмай экранға төбәлеп ултырырға кәрәк һәм реклама менән тапшырыу араһындағы мәлдәрҙә күрһәтелгән һандарҙы йыйып, шылтыратырға. Кем беренсе булып шылтырата – шул миллионер!
Акция башланыу менән нисек янып киткәнде күрһәгеҙ! Эш эшләү юҡ, әсәйҙең: “Ултырып аша инде”, – тигәнен дә ҡолаҡҡа элмәйем. Ике күҙ тик Беренсе каналды күҙәтә. Ә башта... хыялдар! Текә машина, яңы йорт, туғандарға фатир, зауыҡлы кейемдәр. Һандар күҙәтеүҙән бигерәк, алмаған айыуҙың тиреһен тунайым. Шулай ҙа туғыҙ һандың бер нисәһен яҙып алдым. Уйын аҙағына барып етәрәк, йәлләптер инде, күрәһең, ағайым яфаланыуыма сик ҡуйҙы: “Һандарҙы йыяһың да ул, ә нисек шылтыратаһың?”
Ысынлап та, нисек шылтыратам һуң?! Өйҙә бит телефон юҡ! Бер нисә өй аша торған телефонлы күршеләргә барып еткәнсе ҡул аҫтындағы ғына аппаратынан нисәмә кеше шылтырата ала бит. Шулай итеп ҡалған һандар миңә ҡыҙыҡ түгел ине инде.
“Пиар”, “аудитория”, “реклама сере” телевидениеға ҡағылышлы һәм башҡа төшөнсәләр менән аҙаҡ, был ваҡиғаға байтаҡ йылдар үткәс университетта уҡығанда таныштым, ә ул саҡта миллион һумды отҡан үҫмер ҡыҙҙан нисек көнләшкәйнем. Кем белә, бәлки, ул мәлдә аҙағына тиклем барып етһәм, бәхет миңә эләгер ине – ул саҡта, ысынлап та, мөғжизә! Күрәһең, мөғжизәләр тормошҡа ашһын өсөн хыялланыу ғына етмәй әле, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ һәм ҡанат ҡуйырҙай теләктәштәр кәрәк...