Иң яҡшы уҡыу йорттары ҡайҙа?

10-01-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Баш ҡалабыҙҙағы ике юғары уҡыу йорто 2017 йылда донъяның иң яҡшы университеттары халыҡ-ара рейтингына инде. Round University Ranking (RUR) агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, рейтингта 763 уҡыу йорто ҡатнашҡан, шуларҙың 67-һе – Рәсәйҙеке.

Өфө дәүләт авиация техник университеты дөйөм исемлектә 657-се, Рәсәй вуздары араһында – 34-се, Өфө дәүләт нефть техник университеты иһә – 746-сы һәм 60-сы урынды биләй. Илебеҙҙәге юғары уҡыу йорттары техник фәндәр рейтингында алдынғылыҡҡа өлгәште. Был исемлеккә 37 уҡыу йорто инде. Өфө дәүләт нефть техник университеты донъяла 442-се, Рәсәйҙә 22-се баҫҡыста бара.
RUR халыҡ-ара рейтингында вуздар 20 параметр буйынса баһалана. Улар иҫәбенә шулай уҡ уҡытыу һәм тикшеренеүҙәр сифаты, интернационализация кимәле һәм финанс тотороҡлолоҡ инә.