Беҙ – 7,444 миллиард!

10-01-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Республиканың баш ҡалаһында халыҡ һанын иҫәпләнеләр. 1 ғинуарға Өфө халҡы 1,127 миллиондан ашып киткән. Бер йыл элек баш ҡалала 1,126 миллион кеше теркәлгән.

“Башҡортостанстат” мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда даими халыҡ һаны 4,067 миллион кеше тәшкил итә. Шуларҙың 1,905 миллионы – ир-егеттәр, 2,162 миллионға яҡыны – гүзәл заттар.
2018 йылдың тәүге көнөндә Ер шарында кеше һаны 7,444 миллиардҡа еткән. Былтырғы 1 ғинуар менән сағыштырғанда беҙ 78,5 миллионға артҡанбыҙ. XI быуат башында планетала – 310 миллион, 1900 йылда иһә 1,6 миллиард кеше йәшәгән. Алты миллиардлы сикте 1999 йылда үткәнбеҙ. 2011 йылда Ерҙә халыҡ һаны 7 миллиардҡа еткән.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.