“Ҡалдырма, әсәй!” — ҡаҙаҡ телендә

12-01-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
“Ҡалдырма, әсәй!” — ҡаҙаҡ телендәҠаҙағстанда йәш башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” китабы ҡаҙаҡ телендә донъя күрҙе. Ул “Тастамашы, ана!” исемендә Алматылағы “Кокжиек” нәшриәтендә өс мең дана тираж менән сыҡты. Тәржемәнең авторы — шағир, Ҡаҙағстандың йәштәр премияһы лауреаты, “Мөлдiр бүлак” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Саят Камшыгер.


Айгиз Баймөхәмәтов менән ул ике йыл элек Баҡыла, төрки донъяһының йәш яҙыусылары съезында танышҡан.
— Баҡыла Айгиз миңә рус телендә сыҡҡан китабын бүләк иткәйне. Үзбәкстан делегаттары менән бер самолетта ҡайттыҡ. Эргәмдә ултырған Мәхмүзә Арти­кованың үкһеп илағанын күреп, ҡурҡып киттем. Баҡһаң, ул Айгиз­дең шул әҫәрен уҡый икән. Өйгә ҡайтҡас, китапты ҡатыныма уҡыр­ға бирҙем. Ул — филология фән­дәре докторы, Т. Жургенов исе­мен­дәге сәнғәт академияһында уҡыта. Ҡатыным да шундай уҡ хис-тойғолар кисерҙе. Китапты сиратлап уҡыныҡ. Йәш яҙыусының оҫталығына һоҡландым. Шунда уҡ әҫәрҙе ҡаҙаҡ теленә тәржемә итеү теләге тыуҙы. Ҡатыным да ошондай ниәт менән яна икән. Уның менән бәхәсләшеп бөттөк, — тип һөйләне нәшерләү тарихын Саят Камшыгер.
Уның әйтеүенсә, башта повес­тың өҙөгө журналда баҫылып сыҡҡан. Әҫәргә ҡыҙыҡһыныу ҙур булғанға күрә, уны тулыһынса нәшерләү теләге тыуған.
Яҡын арала Алматы һәм Астана ҡалаларында Айгиз Бөймөхә­мәтов менән осрашыуҙар көтөлә.