Юбилейға матур бүләктәр

26-01-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Республикабыҙҙа яңы оло ҡеүәт менән эшләгән төрлө ойошмалар бар. Шуларҙың береһе – “Башҡорт энциклопедияһы” республика нәшриәте. Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа
республика нәшриәтенең
25 йыллыҡ юбилейына арналған матбуғат конференцияһы булды. Унда “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәте директоры Уйылдан Ғилман улы Сәйетов, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре һәм журналистар ҡатнашты.


Сарала башҡорт энциклопедистика­һының бөгөнгө торошо һәм уны үҫтереү мәсьәләләре яҡтыртылды.  Уйылдан Ғилман улы учреждение барлыҡҡа килгәндән алып атҡарылған эшкә байҡау яһаны, нәшриәт комплексының структураһы һәм киләһе йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ пландар менән таныштырҙы. 
Бөгөн “Башҡорт энциклопедияһы” нәшриәте дүрт ғилми-тикшеренеү һәм нәшергә әҙерләүсе бүлекте, типографияны, “Башакадемкнига” үҙәген, техник һәм ху­жа­лыҡты тәьмин итеү хеҙмәтен үҙ эсенә алған. Үҙҙә­ренең эш үҙенсәлектәрен яҡшы белгән 50 хеҙмәткәрҙе һәм профессиональ энцик­лопедистарҙы туплаған ҡәүәтле учреждениеларҙың береһе ул.
Сирек быуат эсендә нәшриәт тарафынан күп төрлө энциклопедиялар, һүҙлектәр һәм башҡа баҫмалар нә­шер ителгән. Рус һәм башҡорт телдәрендә сыҡҡан “Башҡорт­остан. Ҡыҫҡаса энциклопедия”, күп томлы “Башҡортостан энциклопедияһы”, “Башҡорттарҙың хәрби тарихы”, “Баш­ҡортостан халыҡтары”, “Салауат Юлаев”, республикабыҙ райондарына һәм ойошмаларына арналған энциклопедиялар – барыһы ла нәш­риәт­тең, улар менән берлектә эшләгән фән белгес­тәренең, ғалимдарҙың тырыш хеҙмәт емеше.
Матбуғат конференцияһында нәшриәт хеҙмәткәрҙәре яңы донъя күргән башҡорт телендәге “Башҡорт энцикло­педияһы”ның 6-сы томы менән таныштырҙы.
Республиканың 100 йыллығы уңа­йынан әле учреждение энциклопе­дияның электрон версияһын тәшкил итәсәк “Башҡортостан” фәнни порталын булдырыу өҫтөндә эшләй. Башҡортостан халҡы өсөн шулай уҡ рус һәм инглиз телендә нәшер ите­ләсәк “Башҡортостан Республикаһы” һәм “Мостай Кәрим” исемле беренсе персональ әҙәби энциклопедиялар ҙа көтөп алынған матур бүләк булмаҡсы. 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклор байрамына ла нәшриәттең үҙенсәлекле һәм бай йөкмәткеле матур бүләге әҙерләнә.
– Энцик­лопе­дистика – ул бик ҙур, ҡатмарлы һәм иңләп сыҡҡыһыҙ бай донъя. Ул – ғәмәлдә илебеҙ, халҡыбыҙ, тарихыбыҙ, бөгөнгөбөҙ. 25 йыл иһә – беҙҙең нәшриәт өсөн дә, республи­кабыҙ өсөн дә бик матур, иҫтәлекле ва­ҡи­ға. Алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттары­быҙ, эш һөҙөмтәләребеҙ энциклопедистика донъяһында тотҡан урыны­быҙ­ҙың һәм барған юлыбыҙҙың яҡты булыуын билдәләй.
– Әһәмиәтле сара уңайынан буклеттар нәшерләнде, әле матбуғатта төрлө мәҡәләләр баҫыла, киң мәғлүмәт саралары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, Фәндәр академияһы президиумында доклад менән сығыш яһау ҡаралған. Тыуған көнөбөҙ ҙә эшлекле йүнәлештә һәм матур үтер, киләсәктәге эштәребеҙгә яңы көс, дәрт бирер тип уйлайым, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Уйылдан Сәйетов.