Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында – изгелек
Ошо көндәрҙә күп бала тәрбиәләгән бер төркөм ҡатын-ҡыҙ, “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнеп, ҙур һөйөнөс кисерҙе. Ә инде тантананың нәҡ Ғаилә йылына тура килеүен һәммәһе лә изгегә юраны.


– Республика етәкселеге күп балалы ғаиләләр мәнфәғәтен даими хәстәрләй, ә социаль ярҙам сара­ларының йылдан-йыл артыуы күпте һөйләй, – тине Башҡортостан Башлығы исеменән гүзәл заттарҙы ҡотлап, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов. – Шул иғтибарға лайыҡ, киләсәктә лә изге эш башҡарыусыларға ярҙам артасаҡ. “Әсәлек даны” иһә һәр берегеҙ өсөн иң ҡәҙерле миҙал һанала.
Был юлы алыҫ араларҙы яҡын итеп, 40-тан ашыу хужабикә ашҡы­нып килеп еткән. Һәр береһенең йөҙө ҡояштай балҡый, ҡыуаныстары менән ихлас уртаҡлашалар, яңы ғына танышыуҙарына ҡарамаҫтан, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Әйткән­дәй, 1998 йылдан тапшырылған награда менән бөтәһе ете мең ярымдан ашыу кеше бүләкләнгән.
Салауат Тәлғәт улы билдәлә­үен­сә, ил Президенты иғлан иткән “Ба­ла­лыҡтың ун йыллығы” сиктә­рендә тап быйыл балалар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына иғтибар артасаҡ. Мәҫәлән, республика клиник дауа­ханаһын һәм Өфө ҡала­һындағы балалар клиник дауаха­наһын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу күҙ уңында тотола.
Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында – изгелек, тибеҙ. Ул көндө бүләкләнеүселәр араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ ине. Әммә шуны беләбеҙ: аңлы ғүмерҙәрендә барыһы ла бала бағыу кеүек иң юғары маҡсатты бойомға ашыра. Изгелек нурҙарын һибеүселәр, игелек таратыусылар кемдәр тиһегеҙ?! Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙҙар!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Сармат алтыны ла йәм өҫтәне

Сармат алтыны ла йәм өҫтәне 23.03.2019 // Яңылыҡтар

“Башҡортостан” концерт залында һүрәтле почта карточкаларына һәм конверттарына “Башҡортостан...

Тотош уҡырға 16

"Еңеүсе булып ҡалығыҙ!"

"Еңеүсе булып ҡалығыҙ!" 23.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың оло юбилейы уңайынан республика халҡын тәбрикләргә күрше төбәктәрҙән Татарстан...

Тотош уҡырға 40

"Байрамдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ"

"Байрамдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ" 23.03.2019 // Яңылыҡтар

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан “Башҡортостан” концерт залында тантаналы йыйылыш булды....

Тотош уҡырға 44

Башҡортостан халҡын Владимир Путин ҡотланы

Башҡортостан халҡын Владимир Путин ҡотланы 23.03.2019 // Яңылыҡтар

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан халҡын республиканың 100 йыллығы уңайынан тәбрикләне....

Тотош уҡырға 45

"Киләһе йөҙйыллыҡҡа ышаныслы аяҡ баҫабыҙ"

"Киләһе йөҙйыллыҡҡа ышаныслы аяҡ баҫабыҙ" 23.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың төп үҙенсәлеге ниҙә? Республика халҡы киләһе йөҙйыллыҡты ниндәй кәйефтә ҡаршылай?...

Тотош уҡырға 34

Учалы башлығы отставкаға китте

Учалы башлығы отставкаға китте 22.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Учалы район Советының сираттан тыш ултырышы үтте. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев...

Тотош уҡырға 35

Туған телдәр – иғтибар үҙәгендә

Туған телдәр – иғтибар үҙәгендә 22.03.2019 // Яңылыҡтар

25 мартта Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостан халыҡтары телдәре – республиканың милли...

Тотош уҡырға 40

Онотмайыҡ дуҫтарҙы!

Онотмайыҡ дуҫтарҙы! 22.03.2019 // Яңылыҡтар

Ғафури районы муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов – “Башҡортостан” гәзитенең дуҫы....

Тотош уҡырға 61

БАЙРАМ МЕНӘН, РЕСПУБЛИКА!

БАЙРАМ МЕНӘН, РЕСПУБЛИКА! 22.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Республикаһы бер быуатлыҡ тарихы булған олпат oсoрға аяҡ баҫты, үҫеш юлының яңы...

Тотош уҡырға 109

Йылынам тип...  үлгән

Йылынам тип... үлгән 21.03.2019 // Яңылыҡтар

Кисә Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылы янындағы һыу һаҡлағыста палатка эсендә үле ир кәүҙәһе...

Тотош уҡырға 114

Бер йылдан сафҡа инәсәк

Бер йылдан сафҡа инәсәк 20.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә эшләү, мәғлүм булыуынса, 2017 йылда...

Тотош уҡырға 50

“Мин һеҙҙе үҙем яҡлаясаҡмын!”

“Мин һеҙҙе үҙем яҡлаясаҡмын!” 20.03.2019 // Яңылыҡтар

Стәрлетамаҡта эш сәфәре менән булғандан һуң төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы хакимиәт...

Тотош уҡырға 87