18 йәшең тулһа...“Ғәҙел һайлау өсөн” корпусы дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе йылдың иң күләмле сәйәси ваҡиғаһы – 2018 йылдың 18 мартында үтәсәк Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн күҙәтеүселәр йыйыу хаҡында белдерә. 18 йәше тулған Рәсәй гражданы анкета тултырып, йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала.

Һайлауҙың нисек үткәре­леүенә контроллек итеүҙә ҡатнашыу­сылар өсөн уҡыу­ҙар ойошторола. Иң әүҙем­дәргә ваҡиға йомғаҡтары буйынса рәхмәт хаттары тапшы­рыласаҡ, ирекмән кенәгәһенә тейешле билдә ҡуйыласаҡ. Ҡайһы берәү­ҙәрҙең республикалағы идара итеү кадрҙары резервына ла индерелеүе ихтимал.
– 2018 йыл Рәсәйҙә Ирек­мән йылы тип иғлан ителде. Йәмәғәт күҙәтеү­селәре командаһы – мө­һим күренеш. Уның нигеҙендә республикалағы инициативалы граждандар дәүләт әһәмиәтендәге ваҡиғаны мөмкин тиклем ғәҙел һәм асыҡ итеүгә өлөш индереп, үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлегенә эйә, – тине “Ғәҙел һайлау өсөн” корпусының төбәк бүлексәһе рәйесе Денис Шадрин.