Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дауыл ғәбдөктәрҙе һынай...
Дауыл ғәбдөктәрҙе һынай...Уҙған аҙнала Белорет районының Ғәбдөк ауылында көслө дауыл үтте. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, уның тиҙлеге секундына 20 – 24 метр тәшкил иткән.
Афәт арҡаһында туғыҙ хужалыҡҡа зыян килә, сымдар өҙөлөү сәбәпле, электр менән тәьмин итеү туҡтала. Алты йорттоң өлөшләтә ҡыйыҡтары, фронтондары, верандалары емерелә. Төҙөлөш барған яңы йорттар бигерәк тә ныҡ зыян күрә: дауыл икәүһенең ҡыйығын тулыһынса алып бәрә. Ҡайһы бер шәхси хужалыҡ­тарҙа мунса, һарайҙар, ҡаралтылар емерелә.



Иван ПИНЯЩУК, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе:
– Бөгөн зыян күләмен билдәләү буйынса комиссия эшләй. Башҡортостан Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республика­һында ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға матди ярҙам күрһәтеү тәртибе положениеһын раҫлау тураһын­дағы” 410-сы ҡарарына ярашлы, ҡаза күреүселәргә матди ярҙам күрһәтеләсәк. Башлыса төҙөлөш барған өйҙәр зыян күргән. Күбеһенең йорттарына документтары юҡ, был сетерекле мәсьәлә лә хәл ителер, тип уйлайым.

Шәүкәт САЛАУАТОВ, Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы:

— Ғәбдөк ауылы халҡы берҙәм, татыу. Тәбиғәт уларҙы беренсе тапҡыр ғына һынамай, 2013 йылда булған ташҡынды барығыҙ ҙа хәтерләйһегеҙҙер. Был юлы ла үҙҙәренең тырышлығы менән икенсе көнөнә үк электр тәьминәте тергеҙелде, ҡаза эҙемтәләре лә яйлап бөтөрөлөр. Ауыл Советына ҡараған ауылдарҙа йә­шәүселәр ярҙам итеү маҡсатынан аҡса йыя башланы, урындағы эшҡыуарҙар ҙа изге эштән баш тартмаҫ. Иң мөһиме, Ал­ла­ға шөкөр, кеше ғүмерҙәре ҡыйылма­ны, башҡаһын берҙәм көс менән терге­ҙербеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тележурналистар тәжрибә уртаҡлаша

Тележурналистар тәжрибә уртаҡлаша 25.09.2018 // Яңылыҡтар

27-29 сентябрҙә Өфө ҡалаһы билдәле тележурналистар десантын ҡабул итә. III Бөтә Рәсәй “Йылдың...

Тотош уҡырға 24

Микроавтобустар килә

Микроавтобустар килә 25.09.2018 // Яңылыҡтар

“Башавтотранс”– төбәктә халыҡты ташыу хеҙмәтен үтәгән иң ҙур компанияларҙың береһе. Республикала...

Тотош уҡырға 29

Республика Башлығы — Октябрьскийҙа

Республика Башлығы — Октябрьскийҙа 24.09.2018 // Яңылыҡтар

22 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында булды. Эш сәфәре барышында...

Тотош уҡырға 34

Төйәләҫ аша – яңы күпер

Төйәләҫ аша – яңы күпер 23.09.2018 // Яңылыҡтар

Баймаҡ районында Сибай – Күсәй автомобиль юлында Төйәләҫ йылғаһы аша Әбйәлил районы сигенә тиклем...

Тотош уҡырға 151

Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ

Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ 20.09.2018 // Яңылыҡтар

«Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһы ошо көндәрҙә Өфөлә барған 48-се Бөтә...

Тотош уҡырға 50

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы?

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы? 19.09.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда көндәр һыуытты, ямғырҙар башланды. Көҙгө эштәрен тамамлап өлгөрмәгәндәр борсола:...

Тотош уҡырға 140

Психатрия бригадалары кәмемәй

Психатрия бригадалары кәмемәй 16.09.2018 // Яңылыҡтар

Республикала психатрия бригадалары ҡыҫҡартыу тураһындағы фарман ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр итә...

Тотош уҡырға 51

Ышанһаң — ышан...

Ышанһаң — ышан... 16.09.2018 // Яңылыҡтар

Һөттөң сәләмәтлек өсөн файҙалы икәнен күптән беләбеҙ. Әммә уның йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен...

Тотош уҡырға 78

Ямғырҙар башлана

Ямғырҙар башлана 14.09.2018 // Яңылыҡтар

Тиҙҙән Башҡортостанға ямғырҙар киләсәк....

Тотош уҡырға 95

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт 14.09.2018 // Яңылыҡтар

Награда алыусыларҙан бер төркөм: “Аманат” журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған...

Тотош уҡырға 153

Үҫеш институты проекттарҙа ҡатнаша

Үҫеш институты проекттарҙа ҡатнаша 13.09.2018 // Яңылыҡтар

IV Көнсығыш иҡтисад форумы барышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Рәсәй...

Тотош уҡырға 57

Урлаштыңмы?  Хөкөмгә баҫ!

Урлаштыңмы? Хөкөмгә баҫ! 13.09.2018 // Яңылыҡтар

Борай районы прокуратураһы Ҡуҙбай ауыл советы башлығына ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған....

Тотош уҡырға 68