Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда республика парламентының сираттағы 51-се ултырышы булды. Унда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте ағза­лары, ҡала һәм район башлыҡтары, республикалағы ҙур предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Көн тәртибендәге тәүге мәсьәлә булараҡ, республика Башлығының 2017 йылда Хөкүмәт эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре тураһындағы отчеты тыңланды. Депутаттар шулай уҡ былтыр республикала кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын үтәүгә ҡағылышлы Башҡортостандағы Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең докладын тыңланы һәм уның буйынса фекер алышты.
Ултырыш барышында парламент “2018 йылға һәм 2019, 2020 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы республика законына үҙгәреш индерҙе. Был үҙгәреш әүәлерәк раҫланған бюджет ассигнованиеларын ҡайтанан бүлеүгә бәйле. Депутаттар шулай уҡ бер нисә закон проектын тикшерҙе.


“Миловка паркы” мажаралары

Граждандарҙы ҡабул итеү барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Миловка паркы” өлөшсөләренең инициатива төркөмө вәкиле Ильвира Куликова менән осрашты. Ул торлаҡ комплексы төҙөлөшөн дауам итеү йәһәтенән сара күреүҙе үтенгәйне.

Ильвира әйтеүенсә, әле 350-гә яҡын фатирға хужалары күскән, әммә асылда кешеләр төҙөлөш майҙансығында йәшәй. Коммуникация, инфраструктура, хатта сымһыҙ элемтә юҡ, сүп-сарҙы ситкә сығарыу ойошторолмаған. Быйыл ғинуарҙа 10-сы кварталдағы өс йорт буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре ҡайтанан башланған.
Хөкүмәт Премьер-министры урынба­ҫары, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Андрей Трухан менән телефон аша һөйләшкәндә Рөстәм Хәмитов проблеманы хәл итеү мөмкинлеген тикшерҙе. Ведомство етәксеһе белде­реүенсә, быйыл биш-алты йорт һала башлау күҙаллана, ә 2020 йылда проект тулыһынса тормошҡа ашырыласаҡ.
Ильвира Куликова әйтеүенсә, “Миловка паркы”нда йәшәгән 82 бала быйыл мәктәпкә барасаҡ. Шуға күрә мәктәп автобусы эшен ойоштороу, шулай уҡ Өфөнөң Дим районындағы белем усаҡтарына был балаларҙы алыу мәсьәләһен хәл итеү фарыз.
Әңгәмә йомғаҡтары буйынса республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Өфө районы хакимиәтенә “Миловка паркы” төҙөлөшөн дауам итеү һәм инфраструктураны үҫтереү менән бәйле бөтә мәсьәләләрҙе контролгә алырға ҡушты.



Эш хаҡына — бер миллиард һум

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, республика бюджетына индереләсәк үҙгәрештәр элегерәк раҫланған бюджет ассигнованиеларын ҡайтанан бүлеүгә бәйле.

— Бер миллиард һум федераль ҡануниәт менән билдәләнгән хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен тәьмин итеүгә бәйле. Быйыл ул 9 489 һум тәшкил итә, 1 майҙан 11 163 һумға етергә тейеш, — тине Константин Толкачев. — Бынан тыш, 300 миллион һум мәҙәниәт учреждениеларын капиталь төҙөкләндереүгә бүленә. Был эш Башҡортостандың 100 йыллығына һәм 2020 йылда Өфөлә Халыҡ-ара фольклориада фестивален үткәреүгә әҙерлек менән бәйле.
Константин Толкачев әйтеүенсә, футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерлек сиктәрендә “Өфө” футбол клубының күнекмәләр майҙансығын хеҙмәтләндереүгә республика ҡаҙнаһынан субсидия бүленә.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр? 13.10.2018 // Яңылыҡтар

15 октябрҙә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Өфө аэропортына исем биреү буйынса халыҡ тауышын...

Тотош уҡырға 44

Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ

Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ 04.10.2018 // Яңылыҡтар

Рәсәй Журналистар союзы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы “Башҡортостан журналисы” корпоратив...

Тотош уҡырға 84

Тележурналистар тәжрибә уртаҡлаша

Тележурналистар тәжрибә уртаҡлаша 25.09.2018 // Яңылыҡтар

27-29 сентябрҙә Өфө ҡалаһы билдәле тележурналистар десантын ҡабул итә. III Бөтә Рәсәй “Йылдың...

Тотош уҡырға 53

Микроавтобустар килә

Микроавтобустар килә 25.09.2018 // Яңылыҡтар

“Башавтотранс”– төбәктә халыҡты ташыу хеҙмәтен үтәгән иң ҙур компанияларҙың береһе. Республикала...

Тотош уҡырға 73

Республика Башлығы — Октябрьскийҙа

Республика Башлығы — Октябрьскийҙа 24.09.2018 // Яңылыҡтар

22 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында булды. Эш сәфәре барышында...

Тотош уҡырға 67

Төйәләҫ аша – яңы күпер

Төйәләҫ аша – яңы күпер 23.09.2018 // Яңылыҡтар

Баймаҡ районында Сибай – Күсәй автомобиль юлында Төйәләҫ йылғаһы аша Әбйәлил районы сигенә тиклем...

Тотош уҡырға 180

Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ

Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ 20.09.2018 // Яңылыҡтар

«Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһы ошо көндәрҙә Өфөлә барған 48-се Бөтә...

Тотош уҡырға 81

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы?

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы? 19.09.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда көндәр һыуытты, ямғырҙар башланды. Көҙгө эштәрен тамамлап өлгөрмәгәндәр борсола:...

Тотош уҡырға 169

Психатрия бригадалары кәмемәй

Психатрия бригадалары кәмемәй 16.09.2018 // Яңылыҡтар

Республикала психатрия бригадалары ҡыҫҡартыу тураһындағы фарман ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр итә...

Тотош уҡырға 76

Ышанһаң — ышан...

Ышанһаң — ышан... 16.09.2018 // Яңылыҡтар

Һөттөң сәләмәтлек өсөн файҙалы икәнен күптән беләбеҙ. Әммә уның йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен...

Тотош уҡырға 94

Ямғырҙар башлана

Ямғырҙар башлана 14.09.2018 // Яңылыҡтар

Тиҙҙән Башҡортостанға ямғырҙар киләсәк....

Тотош уҡырға 122

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт 14.09.2018 // Яңылыҡтар

Награда алыусыларҙан бер төркөм: “Аманат” журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған...

Тотош уҡырға 193