Йырҙарҙа – йылдар ауазы

30-03-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары йыл да Өфө халҡын бай концерт менән һөйөндөрә. Был республикабыҙҙың мәҙәниәт тормошоноң матур йолаһына әүерелгән.
Коллектив быйыл да баш ҡалала сығыш яһарға йыйына. Башҡорт дәүләт филармонияһында бөгөн ҡуйыласаҡ концерт “Йырҙарҙа – йылдар ауазы...” тип атала.
Өфөләр беҙҙең артистарҙың сы­ғышын һәр саҡ көтөп ала. Үҙенсәлекле мөхит, сағыулыҡ, талант… Өҫтәүенә Нефтекама филармонияһы күп милләтле һәм жанрҙарға бай булыуы менән дә айырылып тора. Унда башҡорт, татар, мари эстрада төркөмдәре эшләй, “Түңгәүер” бейеү ансамбле иһә – ҡалабыҙҙың ғына түгел, тотош республиканың ғорурлығы. Әҙәби-музыкаль лекторий, балалар циркы ла репертуарҙы тулылан­дырыуға күп көс һала.
Нефтекама халҡы филармонияла үткән һәр концертҡа әүҙем йөрөй, зал гелән тулы була. Был, һис һүҙһеҙ, артистарҙың үҙ эшенә бөтөн көсөн, тырышлығын, һәләтен һалыуы, тынғыһыҙ ижад итеүе хаҡында һөйләй. Һәр концерт – үҙе бер тамаша, яҙмыш, үҙенсәлекле ваҡиға. Программаға гелән тәрән фекер, фәлсәфә һалына, зауыҡ, нәфислек, матурлыҡ өҫтөнлөк итә. Улар йыр-бейеү аша ғына еткерелмәй, ә театрлаштырылып, композицияларға берләштерелеп, юғары оҫталыҡ менән еткерелә. Шуға ла тамашасы һәр концерттан яңы көс, дәрт, илһам алып ҡайта.
Сәхнә йәшлекте ярата, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Беҙҙең филармониялағы ижади коллективтар башлыса йәштәрҙән тора: бер туған Иршат менән Азат Ҡарасуриндар, Илгиз Миңләхмәтов, Сулпан Ғәфүрйәнова, Ирина Халиҡова, Илнур Мөфтәхов, Руфина Йәнбирҙина, Әлиә Шамуҡова, Лиана Ғәлина, Розалия Иҙелбаева… Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, сәнғәт усағының үҫешендә, ҙур абруй ҡаҙаныуында исемдәре киң билдәле Айбулат Рәхмәтуллиндың, Раян Алтыншиндың, Рифҡәт ­Ғәбдел­йәновтың, Юнир Ноғомановтың, Гөлнара Сәфәрованың, Аревик Гугасяндың һ.б. өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Һис шикһеҙ, Өфөләге концертта Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары үҙ оҫталығына йәнә бер ҡат инандырыр, күңелдәрҙе нурландырыр, матурлыҡ донъяһына онотолмаҫ сәйәхәт ҡылдырыр.

Зилә АҘНАБАЕВА.

Нефтекама ҡалаһы.