Күңелгә яҡын, үҙебеҙҙеке бит...

17-04-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Күңелгә яҡын, үҙебеҙҙеке бит...– Ҡыҙым, был үләндәр ҡайҙа йыйылған?
– Башҡортостанда.
– О-о-о, улай булғас эш башҡа, алам!
Бына шундай ҡәнәғәтлек кисереп, үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙарҙы һатып ала ине халыҡ республиканың Ауыл хужалығы министрлығында ойошторолған күргәҙмәлә.

– Бөгөн һатып алыусы тәбиғи ысул менән етештерелгән, йәғни экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте алыуға айырыуса иғтибар бирә башланы. Шуға ла үҙебеҙҙең та­уарҙарға ихтыяж көндән-көн арта. Ошо сараны ойоштороп, ҡала халҡына республикала ла бынамын тигән фермер-етештереү­селәр барлығын, уларҙың яҡшы сифатлы, тәбиғи аҙыҡ-түлеген күрһәтергә теләйбеҙ, – ти Ауыл хужалығы министр­лығының бүлек начальнигы Оксана Шапранова.
Йәрминкәнең ашхана холында ойошторолоуына бәйле, әлегә Туймазы, Федоровка, Өфө, Благовар, Стерлетамаҡ, Дәүләкән, Стәрле­баш райондарынан бары ун етештереүсене генә саҡырғандар. Әгәр ҙә халыҡҡа бындай саралар оҡшаһа, ул саҡта ҡатнашыу­сыларҙы ла, тауар төрлөлөгөн дә арттырырға ниәтләйҙәр.
Халыҡтың әүҙемлегенә ҡараған­да, фермер йәрминкәһенең килә­сәге бар. Тәүге осраған һатып алыусынан: “Көнбағыш майы алдым. Баҙарҙа бындай майҙы осратҡа­ным булманы. Ваҡыты-ваҡыты менән ошондай йәрминкәне ойоштороп торорға кәрәк. Төбәктә етеш­терелгән аҙыҡ-түлек күңелгә яҡын, үҙебеҙҙеке бит”, – тигән баһаны ишетеү ҙә ошо хаҡта һөйләй.