Тәҙрәләр көлөп тора

17-04-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Башҡортостанда уҙған ялдарҙағы тәүге яҙғы өмәлә 53 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәт­тәренә ҡарағанда, 14 апрелдә 1,1 меңдән ашыу техника берәмеге эшкә йәлеп ителгән, 900 тоннаға яҡын ҡаты коммуналь ҡалдыҡ полигондарға һәм сүплектәргә сығарылған.
Өмәгә дәүләт ведомстволары, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, район хакимиәттәре, предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәт­кәрҙәре, уҡыусылар, студенттар сыҡты. Улар урман-парктарҙы, скверҙарҙы, мәк­тәп, балалар баҡсалары һәм медицина учреждениелары биләмәләрен тәртипкә килтерҙе. Акцияла ҡатнашыусылар урам­дарҙы сүп-сарҙан, ҡарҙан таҙартты, коммуналь хеҙмәттәр ҡалалағы арт-объект­тарҙы, туҡталыштарҙы йыуҙы, газондарҙы төҙөкләндерҙе, ағастарҙы аҡланы.