Ҡайҙа инвестиция талап ителә?

27-04-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Өфөлә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция шарттарын яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы ултырышы булды. Уны төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Сарала республикалағы төп предприятиеларҙың инвестиция пландары тикшерелде.

— Былтыр инвестиция өлкәһендәге өмөттәр аҡланманы, — тине Рөстәм Хәмитов. — Инвестиция байтаҡҡа — 20 проценттан ашыуға — кәмене. Сәбәбе — ҙур предприятиелар менән берлектәге һөҙөмтәле эштең яйға һалынмауы, инвестиция өлкәһендәге мәсьәләләрҙең йылдам хәл ителмәүе.
Республика Башлығы билдәләүенсә, Хөкүмәт эшҡыуарлыҡты, иҡтисадты үҫте­реү яҡлы, шуға күрә ул компания­ларҙың инвестиция проекттарына тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер. Бюджетты планлашты­рыуҙың нигеҙе — урта сроклы прогноз, тип белдерҙе төбәк етәксеһе. Һандар республиканың Федераль үҙәк алдындағы йөкләмәләрендә теркәлә, улар нигеҙендә төбәк бюджетына өҫтәмә аҡса бүленә. Контроль күрһәткестәр үтәлмәгән осраҡта социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙам күләме кәмей, шуға күрә республика Хөкүмәте компанияларҙың инвестиция пландары хаҡында белергә тейеш.

Гәзиттең алдағы һандарының береһен­дә ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт уҡыр­һығыҙ.