Экспонат йыябыҙФәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле музей өсөн экспонат йыйыуы хаҡында белдерҙе.

Акция ансамблдең 80 йыллығына арнала. 2019 йыл аҙағында — Өфөлә, 2020 йылда иһә Мәскәүҙә ҙур юбилей концерттары үтәсәк. Иң ҡыҙыҡлы экспонаттар музей коллекция­һында урын аласаҡ, ҡатнашыусылар июндә йәки сентябрҙә ансамблдең концерттарына саҡырыласаҡ.
Әйткәндәй, күптән түгел Ғәскәров исемендәге ансамбль музейы яңы экспонат менән тулыланды. Өфө­лә йәшәгән Руслан исемле егет 1962 йылғы афишаны бүләк итте. Ошо ваҡиға акция иғлан итеүгә этәргес бирҙе.
— Афишаны Аксаков ура­мындағы иҫке йорт­тарҙың береһендә тапҡан­дар. Рәх­мәт йөҙөнән ансамбль етәк­се­леге Русланға июндә уҙға­рыласаҡ концерт­ҡа саҡырыу билеты тапшырҙы, — тине коллективтың матбуғат секретары Элиза Сынбулатова.
Фәйзи Ғәскәров исемен­дәге ансамбль музейы 2010 йылда ойошторолған. Уның экспозицияһы коллектив тормошоноң данлы үткән­дәрен сағылдыра. Йөкмәтке­һе һәм биҙәлеше буйынса уникаль музей түңәрәк формала төҙөлгән, ул “Заһиҙә” бейеүенең скульптур ком­позицияһын үҙ эсенә ала. Музейға ансамбль концерттары үткән көндә йәки алдан яҙылып килергә мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 276-18-19.