Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Минималь эш хаҡы арта
Минималь эш хаҡы арта

“Минималь хеҙмәт хаҡы түләү тураһында”ғы федераль закон­дың 1-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 1 майҙан айлыҡ минималь эш хаҡы 11 163 һум күләмендә тәғәйенләнде.
Йыл башында ул 9 489 һумға тиң ине.

Баҡсасылар, белмәй ҡалмағыҙ!

Рәсәй Һалым инспекцияһының 333.35-се статьяһының икенсе өлөшөнә индерелгән үҙгәреш­тәр­гә ярашлы, коммерцияға ҡа­рамаған баҡсасылыҡ ойошмалары хужалыҡ ихтыяжына ер аҫты һыуҙарын ҡулланыуға лицензия алғанда дәүләт пошлинаһынан ваҡытлыса азат ителә.
Был закон 7 марттан ғәмәлгә инде һәм 2019 йылдың 31 декабренә тиклем көсөндә ҡала.

Ҡоралға рөхсәтең бармы?

“Ҡорал тураһында”ғы федераль закондың 23-сө статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер ҡорал алыу һәм һаҡлау, йөрөтөү хоҡуғы биргән лицензияны административ тәртиптә көсөнән сығарыу исемлеге билдәләнде.
Ойошмаларҙың ҡоралға хоҡуҡ ваҡыты үтһә, Эске эштәр министр­лығы тарафынан улар ғәмәлдән сығарыла. Шул уҡ ваҡытта был закон Рәсәй граждандарына ғына ҡағыла.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

Башҡортостан Респуб­ликаһы­ның Ғаилә кодексының 58-се статьяһына индерелгән үҙгәреш­тәр­гә ярашлы, ата-әсәләр балаға исем ҡушҡанда исемдә һан, хәреф-һан тамғалар, сим­вол­дар, хәреф булмаған билдә­ләр, тиргәү, ранг, вазифа, титул һүҙҙәре ҡулланыу тыйыла. Шулай уҡ атай менән әсәйҙең фами­лияһы ике төрлө булғанда, ике фамилияны ла берләштереп алыу рөхсәт ителә. Әммә ул ике һүҙҙән артмаҫҡа һәм фамилиялар араһында һыҙыҡса ҡуйы­лырға тейеш.

Хөкөм ителгәндәр ғаиләһе менән йәшәй ала

Рәсәй Юстиция министрлы­ғының бойороғона ярашлы, эске тәртипте боҙмаған хөкөм ите­леүселәргә ғаиләләре менән ҡуртымға алынған йәки колония-поселение эсендә йә ошо территорияла урынлашҡан муниципаль берәмектәге шәхси йорт­тарҙа бергә йәшәү рөхсәт ителә.
Бындай хоҡуҡты алыу өсөн хөкөм ителеүсенең ғаризаһы һәм ҡатынының, бәлиғ булмаған балаларының бергә йәшәү өсөн ризалығы, торлаҡҡа хоҡуҡтарын раҫлаусы документтары булырға тейеш. Хөкөм ителеүсенең ғаризаһын урындағы учреждение ҡарағандан һуң раҫлау өсөн Рәсәй Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең территориаль органына ебәрә.
Рөхсәт алған осраҡта, хөкөм ителеүсе айына дүрт тапҡыр колония-поселениеға килеп теркә­леп торорға тейеш. Ғаиләнең йәшәү шарты менән холоҡ төҙәтеү етәкселеге танышыу хоҡуғына эйә.

Өфө ҡалаһы Киров районы прокуратураһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер көндә – һигеҙ үлем

Бер көндә – һигеҙ үлем 18.02.2019 // Яңылыҡтар

Республикала юл-транспорт фажиғәләрендә бер көндә һигеҙ кешенең ғүмере ҡыйылды....

Тотош уҡырға 16

Хәҙер шаурма бушлаймы?

Хәҙер шаурма бушлаймы? 15.02.2019 // Яңылыҡтар

Республиканың ҡайһы бер ҡалаларында урамдарҙы йәмһеҙләй тип ваҡ киосктарҙы бөтөрөү яғын ҡараһалар,...

Тотош уҡырға 107

Әкрен йөрөһәң... штраф

Әкрен йөрөһәң... штраф 14.02.2019 // Яңылыҡтар

Рәсәйҙә автомагистралдәрҙәге махсус майҙансыҡтарҙан тыш туҡтап торған һәм сәғәтенә 40 километрҙан...

Тотош уҡырға 130

Салауатта – яңы етәксе

Салауатта – яңы етәксе 13.02.2019 // Яңылыҡтар

Салауат ҡалаһы хакимиәтенә Өфөләге Киров районының элекке башлығы Динар Хәлилов етәкселек итәсәк....

Тотош уҡырға 156

Автобустарҙа хәрби йыр яңғырай

Автобустарҙа хәрби йыр яңғырай 13.02.2019 // Яңылыҡтар

Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәгән ватандаштарыбыҙҙы иҫкә алыу көнө айҡанлы 15 февралдә Өфөлә...

Тотош уҡырға 60

Иң-иң журналистар кем?

Иң-иң журналистар кем? 13.02.2019 // Яңылыҡтар

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек” фонды V Бөтә Рәсәй журналистар конкурсының...

Тотош уҡырға 144

Халыҡ үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды

Халыҡ үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды 12.02.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов һәм уның урынбаҫарҙары халыҡ менән сираттағы...

Тотош уҡырға 115

250 бала юлға әҙер

250 бала юлға әҙер 12.02.2019 // Яңылыҡтар

Сибайҙан 500 баланың Ҡырым шифаханаһына ебәреләсәге тураһында хәбәр ителгәйне инде. Был йәһәттән эш...

Тотош уҡырға 238

Автоүҙәкте ут ялманы

Автоүҙәкте ут ялманы 12.02.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөләге Индустриаль шоссела урынлашҡан ҙур автомобиль үҙәгендә янғын сыҡты....

Тотош уҡырға 129

Карьерға һыу тултырғас, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк

Карьерға һыу тултырғас, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк 12.02.2019 // Яңылыҡтар

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов Сибай карьерына һыу тултырыу...

Тотош уҡырға 184

Һауа торошо – даими контролдә

Һауа торошо – даими контролдә 12.02.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр ЛОПУХОВ:...

Тотош уҡырға 80

Борай районында яңы етәксе – Рөстәм Исхаҡов

Борай районында яңы етәксе – Рөстәм Исхаҡов 10.02.2019 // Яңылыҡтар

Борай районына яңы етәксе тәғәйенләнде. Ул – 2008 йылдан “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре...

Тотош уҡырға 137