Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миәкәлә эштәр гөрләй
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Миәкә районына эш сәфәрендә сәсеү барышы менән танышты, етештереү, социаль һәм инфраструктура объекттарында булды, эшҡыуарҙар һәм муниципалитет етәкселеге менән биләмәләрҙе үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙе.

Кожай-Семеновка ауыл биләмәһендәге “Маяҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Нива” ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында төбәк етәксеһе сәсеү барышы менән танышты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, быйыл сәсеү майҙандарының структураһы бер аҙ үҙгәргән, юғары табышлы культуралар өлөшө артҡан. Миәкә районында үтәсәк Баҫыу көнөндә республика хужалыҡтары етәкселәрен 200-гә яҡын культура сорттары менән таныштырасаҡтар.
Рөстәм Хәмитов аграрийҙар менән аралашты, техниканың әҙерлеге, кадрҙар тәьминәте менән ҡыҙыҡһынды, агропредприятиелар етәкселәре менән үҫеш, шул иҫәптән малсылыҡтағы мөмкинлектәр буйынса фекер алышты. Ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү хаҡында ла һүҙ барҙы.
Район башлығы Ришат Аҡтуғанов әйтеүенсә, Кожай-Семеновка ауыл биләмәһендә фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү күҙаллана. Күп йүнәлешле ауыл мәҙәниәт йортона ла ихтыяж бар, әммә уны һалыу өсөн өҫтәмә аҡса кәрәк. Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте тарафынан ярҙам күрһәтеү мәсьәләһен тикшерергә вәғәҙә итте.
Район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәлә төбәк Башлығы 1970 йылдарҙа төҙөлгән 2-се урта мәктәпте ҡарап сыҡты. 2015 – 2017 йылдарҙа бында республика ҡаҙнаһы аҡсаһына капиталь ремонт яһалған: ҡыйыҡ, тәҙрә, ишектәр, йылылыҡ системаһы алмаштырылған, фасад йылытылған, көпләнгән, мәктәп эсендәге бүлмәләр төҙөкләндерелгән, янғын сигнализацияһы, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған. Ремонт эшенең дөйөм хаҡы 14 миллион һум самаһы тәшкил иткән. Бынан тыш, мәғариф учреждениеһының матди базаһы ла нығытылған. Әле мәктәптә бер сменала 415 бала уҡый.
– Афариндар! Барыһы ла яҡшы, – тине Рөстәм Хәмитов, яһалған ремонт сифатына баһа биреп. – Күп аҡса сарыфламайынса ҙур эш башҡарғанһығыҙ, мәктәп бик күркәм.
Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы яңы биҫтәлә республика Башлығы 5-се балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты. Ул 2015 йылда сафҡа индерелгән. Әле бында алты төркөм ойошторолған, 120 бала йөрөй.
Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов республика баҙарында 2008 йылдан эшләгән “М-Профиль Миәкә профнастилы” компанияһының етештереү базаһында булды. Әйткәндәй, Миәкә районынан тыш, компания цехтары Бишбүләк районында, Бәләбәй ҡалаһында урынлашҡан. Эшендә ул Магнитогорск металлургия комбинаты сеймалын файҙалана.
Етештереү базаһында төбәк етәксеһе Миәкә районындағы эшҡыуарҙар берләшмәһе менән осрашты. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Илдус Ғүмәров 2010 йылда бер төркөм фекерҙәштәре менән кооператив ойоштороуы тураһында һөйләне. Улар “Башҡортостандың баллы байлығы” бренды аҫтында бал һәм башҡа продукция сығара. Ул Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылыу яулап өлгөргән.
Эшҡыуарҙар менән осрашыуҙан һуң республика Башлығы, федераль сауҙа селтәрҙәре магазинына инеп, урындағы продукцияны һатыу менән ҡыҙыҡһынды, әммә кәштәләрҙә үҙебеҙҙең тауарҙар юҡ тип әйтерлек ине.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, әңгәмә барышында күтәрелгән дәүләт ярҙамы алымдарын камиллаштырыу, республика продукцияһын үҫтереү темалары сауҙа селтәрҙәренең төбәк вәкиллеге етәкселәре ҡатнашлы­ғындағы айырым кәңәшмәләрҙә ҡараласаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Поликлиникала янғын сыҡҡан

Поликлиникала янғын сыҡҡан 16.11.2018 // Яңылыҡтар

Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис Әлшәй районының Шафран ауылында булды. Тимер юл урамындағы шифахана...

Тотош уҡырға 40

Һайлау киләһе йылға тәғәйенләнде

Һайлау киләһе йылға тәғәйенләнде 15.11.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен (мөфтөйөн) һайлау киләһе йылдың ноябренә...

Тотош уҡырға 35

Аҙна башы һалҡын тора

Аҙна башы һалҡын тора 13.11.2018 // Яңылыҡтар

13 ноябрҙә республикала һалҡын булмаҡсы, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 9-14, урыны...

Тотош уҡырға 44

Дарыу күпмегә ҡыйбатланыр?

Дарыу күпмегә ҡыйбатланыр? 03.11.2018 // Яңылыҡтар

Белгестәр күҙаллауынса, 2019 йылдан йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарҙың ун процентҡа ҡыйбатланыуы ихтимал,...

Тотош уҡырға 61

“Башгидрометүҙәк” синоптиктары хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә Башҡортостанға йылы әйләнеп ҡайтасаҡ

“Башгидрометүҙәк” синоптиктары хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә Башҡортостанға йылы әйләнеп ҡайтасаҡ 01.11.2018 // Яңылыҡтар

Тотороҡһоҙ һауа температураһы һөҙөмтәһендә республика юлдарында боҙлауыҡ көтөлә....

Тотош уҡырға 75

Янғын ниҙән сыҡҡан?

Янғын ниҙән сыҡҡан? 22.10.2018 // Яңылыҡтар

22 октябрь төндә Ишембай ҡалаһының Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә Совет урамындағы 90-сы йортта...

Тотош уҡырға 58

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр?

Аэропорт кемдең исемен йөрөтөр? 13.10.2018 // Яңылыҡтар

15 октябрҙә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Өфө аэропортына исем биреү буйынса халыҡ тауышын...

Тотош уҡырға 1105

Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ

Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ 04.10.2018 // Яңылыҡтар

Рәсәй Журналистар союзы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы “Башҡортостан журналисы” корпоратив...

Тотош уҡырға 137

Тележурналистар тәжрибә уртаҡлаша

Тележурналистар тәжрибә уртаҡлаша 25.09.2018 // Яңылыҡтар

27-29 сентябрҙә Өфө ҡалаһы билдәле тележурналистар десантын ҡабул итә. III Бөтә Рәсәй “Йылдың...

Тотош уҡырға 84

Микроавтобустар килә

Микроавтобустар килә 25.09.2018 // Яңылыҡтар

“Башавтотранс”– төбәктә халыҡты ташыу хеҙмәтен үтәгән иң ҙур компанияларҙың береһе. Республикала...

Тотош уҡырға 119

Республика Башлығы — Октябрьскийҙа

Республика Башлығы — Октябрьскийҙа 24.09.2018 // Яңылыҡтар

22 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында булды. Эш сәфәре барышында...

Тотош уҡырға 94

Төйәләҫ аша – яңы күпер

Төйәләҫ аша – яңы күпер 23.09.2018 // Яңылыҡтар

Баймаҡ районында Сибай – Күсәй автомобиль юлында Төйәләҫ йылғаһы аша Әбйәлил районы сигенә тиклем...

Тотош уҡырға 1113