Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батырҙарын иҫкә алғанда!..
Батырҙарын иҫкә алғанда!..Улар Екатеринбург ҡалаһының Коммунарҙар майҙанында урынлашҡан Мәңгелек ут янынан сәфәргә сыҡҡан. “Урал ирекмәне” автойөрөшө сиктәрендә күрше төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙ, Рәсәй батырҙары ҡатнашҡан яуҙарға битараф булмағандар, йәштәр, ғалимдар, журналистар артабан юлын Красноуфимскиға табан йүнәлткән. Төп маҡсаттары – Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығы сиктәрендә яугирҙәрҙе, улар менән бәйле ваҡиғаларҙы иҫкә алыу, был хаҡта киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу.

Икенсе төркөм ирекмәндәр Свердловск өлкәһенең Натальинск ҡасабаһынан Паровоз – хәтер Л1699 янынан ҡуҙғалып, автойөрөшкә сыҡҡандарға ҡушыл­ған. Әйткәндәй, был паровоз һуғыш ваҡытында ҡаһар­мандарса эшләгән, һәләк булған депо хеҙмәткәрҙәренә ҡуйылған. Оло Ыҡтамаҡта концерт-митингтан һуң, сәфәрҙә ҡатнашыусылар Салауат районындағы батырҙың музейына инеп, ундағы тарихи мәғлүмәттәр менән танышты. Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе З. Ғатауллин ирекмәндәрҙе оҙатып Өфөгә килде.
Баш ҡалалағы автойөрөштә ҡатнашыусылар сәфәрен Салауат батыр һәйкәленән башланы, сәскәләр һалды, уның яҙмышына һоҡланыуын белдерҙе. Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, өлкә губернаторы эргәһендәге Милли мәсьәләләр буйынса кәңәшмә советы ағзаһы Нәфисә Төмән­цева Салауат Юлаевтың яҡты исеме бер ҡасан да онотол­маясағына баҫым яһаны.
Артабан саралар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында дауам итте. Аппарат етәксеһе Рөстәм Баянов ҡунаҡтарҙы милли мәсьәләләр, ҡоролтай эш­мәкәрлеге менән таныштырҙы. Ошонда уҡ тарихсы Азат Ярмуллин ҡунаҡтарға видеояҙ­малар ярҙамында башҡорт халҡының хәрби тарихына сәйәхәт яһаны.
Ултырыштан һуң автойөрөштә ҡатнашыусылар Еңеү паркына юлланды, Советтар Союзы Геройҙары Шакирйән Мөхәмәт­йәнов (Александр Матросов), Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Бөйөк Ватан һуғышының данлы улдары, шулай уҡ ҡаһарман батыр­ҙар, генералдар Миңлеғәли Шайморатов менән Таһир Кусимов бюстарына сәскәләр һалды. Ҡунаҡтар Дан музейы менән дә танышты.
Автойөрөш данлыҡлы генерал М. Шайморатовтың тыуған ауылында, уға ҡуйылған һәйкәл янында тамамланды. Сараны ойоштороусы, Свердловск өл­кәһе башҡорттары ҡоролта­йының Красноуфимск бүлексәһе етәксеһе, Урал тимер юлы техникумы директоры Виталий Ихъяев: “Был сәскәләр бөйөк батырҙың яҡты рухын иҫкә алыу, уның менән ғорурланыу тойғоһо ғына түгел, ә Мәңгелек хәтер билдәһе лә”, – тине. Свердловск өлкәһе ғалимдары, хәбәрселәре автойөрөш хаҡында үҙҙәрендә лә яҙып сығасаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Газы ла буласаҡ, бала табыу йорто ла төҙөләсәк

Газы ла буласаҡ, бала табыу йорто ла төҙөләсәк 18.12.2018 // Яңылыҡтар

Радий Хәбиров Ишембай районында һәм Күмертау ҡалаһында булды....

Тотош уҡырға 41

Һөт менән алдап булмай

Һөт менән алдап булмай 15.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфөнөң “Саванна” зоопаркы тулыланды. Унда өс арыҫлан һәм ике юлбарыҫ балаһы донъяға килгән....

Тотош уҡырға 86

Ҡомаҡ ағыуы  ғүмер өсөн хәүефле!

Ҡомаҡ ағыуы ғүмер өсөн хәүефле! 15.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө йорттарының береһендә йәшәгән халыҡ ҡомаҡ ағыуы һибелеүе тураһында хәбәр иткән. Ул ағыу урам...

Тотош уҡырға 76

Гәзитме, итле ләүәшме?

Гәзитме, итле ләүәшме? 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Матбуғат киосктары тергеҙелә башланы. Туҡталыш һайын урынлашҡан шаурма киосктары — Рәсәйҙең һәр...

Тотош уҡырға 71

Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ

Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ, ниһайәт, оҙаҡ...

Тотош уҡырға 74

Һауа торошо

Һауа торошо 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 14...

Тотош уҡырға 58

Яңы йылда ниҙәр була?

Яңы йылда ниҙәр була? 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә оператив кәңәшмә ваҡытында Яңы йылда байрам саралары тураһында һүҙ барҙы....

Тотош уҡырға 61

Яуаплы сара көтөлә

Яуаплы сара көтөлә 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова...

Тотош уҡырға 47

"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 119

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 71

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 75

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 95