Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һабантурғай менән таңдан тороп...
Һабантурғай менән таңдан тороп...Яңыраҡ Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән Көйөргәҙе, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарында булып, яҙғы баҫыу эштәре барышы менән танышты.

Көйөргәҙе районында баҫыу эштәре дәррәү гөрләй. Мәҫәлән, фермер Илшат Мәзитовтың 2 608 гектар һөрөнтө ере булып, әлеге көнгә бойҙай, көнбағыш кеүек яҙғы культураларҙы сәсеү тамамланған, бары 200 гектар майҙанда ҡарабойҙай ултыртырға ҡалған. “Искра” ауыл хужалығы кооперативында ла эш тамамланыуға табан бара. Райондағы иң ҙур хужалыҡ – Киров исемендәге предприятие 16700 гектар ерҙе эшкәртһә, уның 11 335 гектар майҙанында сәсеү эштәре атҡарыла.
Ейәнсура районында ла сәсеү уңышлы бара. Районда яңы эш башлаған инвестор – “АУ-Агро” предприятиеһының 8 735 гектар һөрөнтө ере бар. Уларҙа иген, мал аҙығы культуралары, шулай уҡ бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үлән сәсеү ҡаралған. Хужалыҡ ҡеүәтле яңы техника менән тәьмин ителгән. “Маяҡ” йәмғиәтенең иһә 15 298 гектар ауыл хужалығы ере булһа, уның 4 837 гектар майҙанында төрлө культуралар сәсәләр. Төбәктә һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнгән иң ҙур предприятиела ҡыҙыу мәл.
Күгәрсен районы баҫыуҙарында ла эш ҡайнай. Иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе булған “Тәүәкән” йәмғиәтенең баш агрономы Азамат Хисмәтуллин белдереүенсә, әле улар иген культураларын сәсеү экваторын үткән. Шулай уҡ быйыл 40 гектар картуф, 50 гектар шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәсәктәр. Кукуруз, көнбағыш, ҡуҙаҡлы культураларға ла иғтибар ҙур.
Көндәрҙең ямғырлы тороуы ҡайһы бер райондарҙа яҙғы эштәрҙе тотҡарлаһа ла, 68 процент майҙанда баҫыу эштәре атҡарылған. Шәкәр сөгөлдөрө 85, май культуралары – 88, ҡуҙаҡлы иген культуралары – 88, яҙғы иген культуралары 73 процент майҙанда сәселгән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Яңы йылда ниҙәр була?

Яңы йылда ниҙәр була? 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә оператив кәңәшмә ваҡытында Яңы йылда байрам саралары тураһында һүҙ барҙы....

Тотош уҡырға 33

Яуаплы сара көтөлә

Яуаплы сара көтөлә 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова...

Тотош уҡырға 34

"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 106

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 63

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 64

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 88

Тирләндәр яңы “Планета” асты

Тирләндәр яңы “Планета” асты 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 62

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр 02.12.2018 // Яңылыҡтар

Ҡариҙел ауылына "КамАЗ" машинаһында хәрби техника килтергән мәлде халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте....

Тотош уҡырға 108

Енәйәтсе тотолған

Енәйәтсе тотолған 01.12.2018 // Яңылыҡтар

Салауат ҡалаһында суд приставы 34 йәшлек хәүефле енәйәтсене таныған һәм ҡулға алған. Ул...

Тотош уҡырға 144

Канаттар яңыртыла

Канаттар яңыртыла 28.11.2018 // Яңылыҡтар

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигындағы “Скиповая” шахта үҙәге тәүлегенә туғыҙ тонна...

Тотош уҡырға 56

Һаҡланғанды һаҡлармын...

Һаҡланғанды һаҡлармын... 25.11.2018 // Яңылыҡтар

Быйыл республикала 3 меңдән ашыу янғын осрағы теркәлгән. 167 кеше утта һәләк булған....

Тотош уҡырға 113

Поликлиникала янғын сыҡҡан

Поликлиникала янғын сыҡҡан 16.11.2018 // Яңылыҡтар

Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис Әлшәй районының Шафран ауылында булды. Тимер юл урамындағы шифахана...

Тотош уҡырға 95