Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фигуристар эҙләп... Өфөгә
Фигуристар эҙләп... ӨфөгәРеспублика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең фигуралы шыуыу буйынса атҡаҙанған тренеры Нина Мозер менән осрашты. Сарала төбәктә төҙөлгән һәм ғәмәлдәге боҙ ареналарының һөҙөмтәлелеген арттырыу, ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү, юғары уңыштарға өлгәшеү өсөн спорт әҙерлеген камиллаштырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республиканың баш ҡалаһына Нина Мозер төбәк етәксеһенең саҡырыуы буйынса килгән. Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итеү барышында боҙ спортын үҫтереү йәһәтенән коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма президенты Сергей Трофимец менән осрашҡайны. Башҡортостандағы спорт комплекстарының ҡулай эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса фекер алышҡандан һуң, Рөстәм Зәки улы танылған белгескә мөрәжәғәт иткәйне. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһында, ҡала спорт һарайында, “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында, тау саңғыһы буйынса олимпия резервындағы махсус балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, шулай уҡ төҙөлөп ятҡан шорт-трек буйынса әҙерлек үҙәгендә, заманса физкультура-һауыҡтырыу үҙәге асыу күҙалланған биләмәлә булды.
— Күргәндәрҙән бик яҡшы тәьҫир ҡалды. Һеҙҙәге спорт объекттары сифат йәһәтенән дә, йыһазланышы буйынса ла юғары кимәлдә, — тине Нина Мозер. — Урындағы халыҡтың һәр йәһәттән хәстәрлеге тойола.
Осрашыу барышында тренер спорт объекттарының һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса тәҡдимдәрен еткерҙе.

Автор: Р. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ

Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ, ниһайәт, оҙаҡ...

Тотош уҡырға 0

Һауа торошо

Һауа торошо 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 14...

Тотош уҡырға 0

Яңы йылда ниҙәр була?

Яңы йылда ниҙәр була? 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә оператив кәңәшмә ваҡытында Яңы йылда байрам саралары тураһында һүҙ барҙы....

Тотош уҡырға 39

Яуаплы сара көтөлә

Яуаплы сара көтөлә 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова...

Тотош уҡырға 36

"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 107

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 64

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 66

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 89

Тирләндәр яңы “Планета” асты

Тирләндәр яңы “Планета” асты 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 64

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр 02.12.2018 // Яңылыҡтар

Ҡариҙел ауылына "КамАЗ" машинаһында хәрби техника килтергән мәлде халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте....

Тотош уҡырға 109

Енәйәтсе тотолған

Енәйәтсе тотолған 01.12.2018 // Яңылыҡтар

Салауат ҡалаһында суд приставы 34 йәшлек хәүефле енәйәтсене таныған һәм ҡулға алған. Ул...

Тотош уҡырға 145

Канаттар яңыртыла

Канаттар яңыртыла 28.11.2018 // Яңылыҡтар

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигындағы “Скиповая” шахта үҙәге тәүлегенә туғыҙ тонна...

Тотош уҡырға 57