Иле өсөн янған йәштәр кәрәк

30-05-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Ҡытайҙың Наньчан ҡалаһында Башҡортостандан йәш инвесторҙарға йүнәлтелгән бизнес-инкубатор барлыҡҡа килеүе ихтимал. Петербург иҡтисади форумында республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм Ҡытай эшҡыуары (ресторатор) Ли Бао Мин ошо мәсьәлә буйынса фекер алышты.

Рәсәй йәштәр союзы проекты Рәсәй менән Ҡытайҙағы туғандаш ҡалаларҙа параллель бизнес-инкубаторҙар асыуҙы күҙаллай. Өфө был йәһәттән тәүге ҡарлуғастар иҫәбенә инеүе мөмкин, сөнки Башҡорт дәүләт университетында ошондай майҙансыҡ ойошторолған.
Бынан тыш, Ли Бао Мин ватандаштарына түләүһеҙ франчайзинг һәм ҡуртымға бирелгән майҙандарҙы бушлай файҙаланыу шарттарында Башҡортостанда бизнес асырға тәҡдим итә.
– Илдәрҙең үҫеше йәштәрҙең үҫешенә бәйле, шуға күрә беҙ уларҙың әүҙемлеген дәртләндерергә тейешбеҙ. Өфөгә ҡытай эшҡыуарҙарының инвестицияларын йәлеп итәсәкбеҙ, – тине ул.