Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һай, Ағиҙел буйҙары!
Һай, Ағиҙел буйҙары!Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә Ағиҙел йылғаһы ярын төҙөкләндереү эше барышы менән танышты. Был мөһим объект Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышлап төҙөлгән 100-әү исемлегендә. “Яр буйы”н киләһе йылдың көҙөндә сафҡа индереү ҡаралған.

Конгресс-холл тапҡырындағы 1,2 километр оҙонлоғондағы тәүге участка 2014 йылда уҡ төҙөлә. Әлегә унда гидротехник ҡоролма һәм юл һалынған. Быйыл йәй тө­ҙөк­ләндереүҙе башлап, октябрь башына матур төҫ алған 400 метр оҙонлоғон­дағы ер өлөшөн тапшы­рыр­ға ниәтләнә төҙөүсе­ләр.
Республика Башлығы бел­дереүенсә, яр буйын төҙөклән­дереү эше дауам итәсәк һәм киләһе йыл бында ял итеү, күңел асыу, тәбиғәт менән һоҡланыу өсөн үтә шәп урын барлыҡҡа киләсәк.
Һай, Ағиҙел буйҙары!Гидротехник ҡоролма төҙөү ҡаланы көслө ташҡындар мәлендә һыу баҫыуҙан һаҡлая­саҡ. Ә 12 метр бейеклеккә тиклем күтәрелгән ярҙа юл төҙөү был талапҡа яуап бирә. Ғөмүмән, ярҙы нығытыу, төҙөк­лән­дереү бөтә республика һәм Өфө халҡына кәрәк. Төрлө фекер­ҙәр булһа ла, төбәге­беҙҙе матур, төҙөк күрергә теләгән һәр кем республика етәк­селегенең был аҙымын – Ағиҙел ярын нығытыу тө­ҙө­лөшөн хуп­лап ҡабул итә.
Яңыраҡ Салауат һәй­кәле майҙанына ял итергә сыҡҡанда, Ағиҙел йылғаһы буйындағы үҙгәреш­тәрҙе күреп: “Яр буйын нығытып, төҙөкләндереп, яҡшы эш­ләй­ҙәр. Хә­ҙер, исмаһам, халыҡ рәхәтләнеп Ағи­ҙел буйында ял итер. Республикаға ситтән килгән ҡунаҡтарҙы матур, төҙөк, мөһабәт күренеш ҡаршы алыр”, – тип һоҡланып, ҡыҙыу тиҙлектә барған төҙөлөшкә ҡыуанып ҡарап торғайныҡ. Былай булғас, киләһе йылдан рәхәтләнеп Өфөбөҙҙөң “Яр буйы”нда ял итәсәкбеҙ икән!

Автор: Р. МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 100

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 57

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 62

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 83

Тирләндәр яңы “Планета” асты

Тирләндәр яңы “Планета” асты 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 59

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр 02.12.2018 // Яңылыҡтар

Ҡариҙел ауылына "КамАЗ" машинаһында хәрби техника килтергән мәлде халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте....

Тотош уҡырға 107

Енәйәтсе тотолған

Енәйәтсе тотолған 01.12.2018 // Яңылыҡтар

Салауат ҡалаһында суд приставы 34 йәшлек хәүефле енәйәтсене таныған һәм ҡулға алған. Ул...

Тотош уҡырға 141

Канаттар яңыртыла

Канаттар яңыртыла 28.11.2018 // Яңылыҡтар

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигындағы “Скиповая” шахта үҙәге тәүлегенә туғыҙ тонна...

Тотош уҡырға 52

Һаҡланғанды һаҡлармын...

Һаҡланғанды һаҡлармын... 25.11.2018 // Яңылыҡтар

Быйыл республикала 3 меңдән ашыу янғын осрағы теркәлгән. 167 кеше утта һәләк булған....

Тотош уҡырға 112

Поликлиникала янғын сыҡҡан

Поликлиникала янғын сыҡҡан 16.11.2018 // Яңылыҡтар

Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис Әлшәй районының Шафран ауылында булды. Тимер юл урамындағы шифахана...

Тотош уҡырға 94

Һайлау киләһе йылға тәғәйенләнде

Һайлау киләһе йылға тәғәйенләнде 15.11.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен (мөфтөйөн) һайлау киләһе йылдың ноябренә...

Тотош уҡырға 81

Аҙна башы һалҡын тора

Аҙна башы һалҡын тора 13.11.2018 // Яңылыҡтар

13 ноябрҙә республикала һалҡын булмаҡсы, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 9-14, урыны...

Тотош уҡырға 70