Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыл майҙанда — башҡорт китаптары
Мәскәүҙә IV “Ҡыҙыл майҙан” китап фестивале үтте. Быйылғы форумда Калининградтан алып Владивостокка тиклем 45 төбәк нәшриәте ҡатнашты. Улар 100 меңдән ашыу төрлө китап тәҡдим итте.

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте — төп китап форумының әүҙем ҡатнашыу­сыһы. Уның стенды “Рәсәй төбәктәре” тип аталған 17-се павильонда урынлашҡайны.
“Китап” нәшриәте етәксеһе Илһам Йәндәүләтов әйтеүенсә, мәскәүҙәр беҙҙең продукция менән әүҙем ҡыҙыҡһына, рус, башҡорт, татар телдәрендәге китаптарҙы ҙур теләк менән һатып ала.
— Уҡыусыларҙы айырыуса башҡорт сәнғәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына, этнографияһына, республика­лағы күренекле шәхестәргә арналған баҫмалар ҡыҙыҡһындыра. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаш­ҡан “төньяҡ амурҙары” тураһындағы китапты һорайҙар, — тине ул. — Башҡорт, рус, инглиз телдәрендә нәшер ителгән балалар әҙәбиәтенә ихтыяж бар. Балаларын туған телдә уҡытырға теләгән ғаиләләр өсөн был ҙур ярҙам булып тора.
“Ҡыҙыл майҙан” фестивале Мәскәүҙең үҙәгендә уҙғарылды. Китаптар Василий Блаженный соборынан алып Тарих музейына тиклем урынлаштырылды. Быйылғы сара А.С. Пушкиндың тыуған көнөнә һәм Рус теле көнөнә арналды. Шулай уҡ Максим Горький­ҙың тыуыуына — 150, Иван Тургеневтың тыуыуына — 200, Нобель премияһы лауреаты Александр Солженицындың тыуыуына 100 йыл тулыуға ла ҙур иғтибар бирелде.
Быйылғы фестиваль программаһы былтырғыһы менән сағыштырғанда ярайһы уҡ киңәйтелгән. Уның нигеҙендә 500-гә яҡын сара ойошторолдо.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Газы ла буласаҡ, бала табыу йорто ла төҙөләсәк

Газы ла буласаҡ, бала табыу йорто ла төҙөләсәк 18.12.2018 // Яңылыҡтар

Радий Хәбиров Ишембай районында һәм Күмертау ҡалаһында булды....

Тотош уҡырға 47

Һөт менән алдап булмай

Һөт менән алдап булмай 15.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфөнөң “Саванна” зоопаркы тулыланды. Унда өс арыҫлан һәм ике юлбарыҫ балаһы донъяға килгән....

Тотош уҡырға 93

Ҡомаҡ ағыуы  ғүмер өсөн хәүефле!

Ҡомаҡ ағыуы ғүмер өсөн хәүефле! 15.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө йорттарының береһендә йәшәгән халыҡ ҡомаҡ ағыуы һибелеүе тураһында хәбәр иткән. Ул ағыу урам...

Тотош уҡырға 76

Гәзитме, итле ләүәшме?

Гәзитме, итле ләүәшме? 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Матбуғат киосктары тергеҙелә башланы. Туҡталыш һайын урынлашҡан шаурма киосктары — Рәсәйҙең һәр...

Тотош уҡырға 71

Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ

Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ, ниһайәт, оҙаҡ...

Тотош уҡырға 74

Һауа торошо

Һауа торошо 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 14...

Тотош уҡырға 59

Яңы йылда ниҙәр була?

Яңы йылда ниҙәр була? 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә оператив кәңәшмә ваҡытында Яңы йылда байрам саралары тураһында һүҙ барҙы....

Тотош уҡырға 63

Яуаплы сара көтөлә

Яуаплы сара көтөлә 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова...

Тотош уҡырға 48

"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 119

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 71

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 76

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 95