Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләт мөлкәтен һатыу тыйылды
Бынан ары офшор компаниялар Башҡортостан биләмәһендәге дәүләт мөлкәтен һатып алырға хоҡуҡһыҙ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары дәүләт мөлкәтен һатып алыу мөмкинлеге бирелмәгән субъекттар исемлеген киңәйткән “Башҡортостан Республикаһында дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Законды ҡабул итте.

– Был исемлеккә һалым һалыуҙың ташламалы тәртибе бирелгән йәки финанс операциялары үткәрелгәндә мәғлүмәттәрҙе асыу һәм биреү ҡаралмаған дәүләттәрҙә, биләмәләр­ҙә теркәлгән ойошмалар өҫтәмә рәүештә индерелде. Атап әйткәндә, офшор зоналар ха­ҡында һүҙ бара, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ҡарар дәүләттең Рәсәй иҡтисадын офшорҙан сығарыу һәм илдән алып кителгән капиталды кире ҡайтарыуға этәргес биреү сәйәсәте менән тулыһынса ауаздаш. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо мәсьәләгә ҙур иғтибар бирә. Уның күрһәтмәһенә ярашлы, федераль кимәлдә тейешле сара күрелә. Баш­ҡортостан парламенты бындай сараларҙы республика ҡануниә­тен­дә нығытты. Хосусилаштырылған дәүләт активтары хужалары Рәсәй юрисдик­ция­һында булырға тейеш. Был ил иҡтисадын артабан да офшорлаштырыуға юл ҡуймау мөм­кинлеген бирәсәк.
Константин Толкачев әйтеүенсә, дәүләт мөл­кәтен һатып алыуҙы тыйыу офшор компания­ларға ғына түгел, шулай уҡ улар контроллек иткән ойошмаларға ла ҡағыла. Ошо көндәрҙә республика Башлығы яңы законға ҡул ҡуйҙы. Тиҙҙән ул ғәмәлгә инәсәк.

Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 81

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 52

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 55

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 79

Тирләндәр яңы “Планета” асты

Тирләндәр яңы “Планета” асты 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 53

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр 02.12.2018 // Яңылыҡтар

Ҡариҙел ауылына "КамАЗ" машинаһында хәрби техника килтергән мәлде халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте....

Тотош уҡырға 100

Енәйәтсе тотолған

Енәйәтсе тотолған 01.12.2018 // Яңылыҡтар

Салауат ҡалаһында суд приставы 34 йәшлек хәүефле енәйәтсене таныған һәм ҡулға алған. Ул...

Тотош уҡырға 136

Канаттар яңыртыла

Канаттар яңыртыла 28.11.2018 // Яңылыҡтар

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигындағы “Скиповая” шахта үҙәге тәүлегенә туғыҙ тонна...

Тотош уҡырға 49

Һаҡланғанды һаҡлармын...

Һаҡланғанды һаҡлармын... 25.11.2018 // Яңылыҡтар

Быйыл республикала 3 меңдән ашыу янғын осрағы теркәлгән. 167 кеше утта һәләк булған....

Тотош уҡырға 104

Поликлиникала янғын сыҡҡан

Поликлиникала янғын сыҡҡан 16.11.2018 // Яңылыҡтар

Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис Әлшәй районының Шафран ауылында булды. Тимер юл урамындағы шифахана...

Тотош уҡырға 94

Һайлау киләһе йылға тәғәйенләнде

Һайлау киләһе йылға тәғәйенләнде 15.11.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен (мөфтөйөн) һайлау киләһе йылдың ноябренә...

Тотош уҡырға 80

Аҙна башы һалҡын тора

Аҙна башы һалҡын тора 13.11.2018 // Яңылыҡтар

13 ноябрҙә республикала һалҡын булмаҡсы, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 9-14, урыны...

Тотош уҡырға 69