Рәсәй һәм Ҡала көнө айҡанлы 12 июндә Өфөлә байрам саралары ойошторолдо, ул байрам салюты менән тамамланды.

Иртән Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалынды, тантаналы митинг үтте. Артабан В.И. Ленин майҙанында һөнәрселәр, халыҡ кәсептәре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары күргәҙмәһе асылды, “Балалар. Техника. Ижад” конкурс-күргәҙмәһе ойошторолдо. Ошонда уҡ хәрби хеҙмәткә арналған акция уҙғарылды. Ҡалалағы йәш граждандарға паспорттар тапшырылды. Ҙур концерт программаһы барыһының да күңеленә хуш килде. “Өфө-Арена” стадионы алдындағы майҙанда КFC Battle Fest үтте. Теләге булған һәр кем футбол, баскетбол, бейеү, хип-хоп, вокал, фитнес һәм воркаут буйынса оҫталығын һынап ҡараны. Якутов исемендәге паркта ретро автомобилдәр күргәҙмәһе бик күп кешене йәлеп итте. Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында иһә һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр араһында ҡала фестивале ойошторолдо. Кис “Ватан” этнопаркында “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең гала-концерты булды.