Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » 12 июндең мөһимлеге
Рәсәй көнө иң йәш байрамдарҙан иҫәпләнә. Беҙгә лә Советтар Союзының бер көн килеп Рәсәй Федерацияһына әйләнгәнен күрергә насип булды. Ул саҡта бөйөк илдең тарҡалып, яңыса йәшәргә ынтылған мәле ине.

1990 йыл... РСФСР-ҙың Халыҡ депутаттары советы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Рәсәй Конституцияһының өҫтөнлөгө, барлыҡ граждандарҙың, сәйәси партияларҙың һәм йәмәғәт ойошмаларының тигеҙ хоҡуҡлы булыуы иғлан ителә. Илдә закондар сығарыу, башҡарыу һәм суд властарын бүлеү принцибы өҫтөнлөклө йүнәлеш ала. Бер йылдан һуң халыҡ тәүге тапҡыр ил президентын һайлауҙа ҡатнаша. Ул саҡта Борис Ельцин, 57,3 процент тауыш йыйып, еңеп сыға. Ғөмүмән, 12 июнь Рәсәй тарихында ике тапҡыр мөһим көн тип иғлан ителә. Тәүҙә Рәсәй Федерацияһының Юғары Советы: “12 июнь – Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул итеү көнө – байрам, ял көнө”, – тип шатландыра. Һуңынан, 1993 йылдағы көҙгө ваҡиғаларҙан һуң, Юғары Совет ҡарары көсөнән сығарылып, Борис Ельцин 1994 йылдың 2 июнендәге Указы менән “12 июнь — дәүләт байрамы” тип белдерә. 1998 йылда уны Рәсәй көнө тип үҙгәртәләр. 2002 йылда ҡабул ителгән яңы Хеҙмәт кодексына ярашлы, был көн рәсми рәүештә ял көнө итеп билдәләнә.
Был ваҡиғаларға ун йыл самаһы ваҡыт үткәс, Президент итеп Владимир Путин һайланды. Кремлдә Декларация ҡабул итеү көнө айҡанлы ойошторолған бер тантаналы сара ваҡытында ул: “Беҙҙең яңы тарихтың иҫәбе ошо документтан башланды. Граждандар иреклегенә һәм закондар өҫтөнлөгөнә нигеҙләнгән демократик дәүләт тарихы. Уның төп мәғәнәһе – граждандарҙың уңышы, етешлеге һәм именлеге”, – тип белдергәйне.
Ысынлап та, яңы Рәсәй үҙенең ҡыҫҡа тарихи арауығында ла ҙур тетрәнеүҙәр, үҙгәрештәр кисереп өлгөрҙө. Шуны әйтергә кәрәк, Борис Ельцин яңы дәүләт ҡоролошона нигеҙ һалды, әммә уның көсөн, ҡеүәтен һаҡлай һәм үҫтерә алманы. Әлбиттә, состар, йылғырҙар, ил башлығының эшмәкәрлеген үҙ файҙаһына бороп, байып ҡалды, ҙур предприятиеларҙы үҙләштерҙе. Иҡтисади яҡтан белеме булмаған ябай халыҡ, ваучерға алданып, бер нәмәһеҙ ҡалды. Илдә енәйәтселек тамыр йәйҙе. Демократик дәүләт төҙөгән Борис Николаевичтың 1999 йылдың 31 декабрендә: “Мин һеҙҙән ғәфү үтенәм. Һеҙҙең менән ҡорған күп хыялдарыбыҙ тормошҡа ашмаған өсөн. Беҙгә еңел генә булып күренгән нәмәләр шул тиклем ауыр булып сыҡты. Беҙ һоро, торғонлоҡло, тоталитар үткәндән яҡты, бай, мәҙәниәтле киләсәккә бер ынтылышта ырғырбыҙ тип ышанған ҡайһы бер кешеләрҙең ышанысын аҡламаған өсөн ғәфү үтенәм. Үҙем дә уға ышанғайным. Бер ынтылышта килеп сыҡманы. Нимәләлер бер ҡатлылыҡ күрһәттем. Ҡайҙалыр мәсьәләләр бик ҡатмарлы булды. Был ауыр мәлдә күптәр тетрәнеүҙәр кисерҙе. Һеҙҙең һәр берегеҙҙең һыҙланыуы минең йөрәгем аша үтте. Мин китәм. Эшләй алғандың бөтәһен дә эшләнем. Һаулыҡ буйынса түгел, бөтә проблемаларҙың йыйылыуына бәйле. Миңә алмашҡа яңы быуын килә, күберәк һәм яҡшыраҡ эшләй алғандар быуыны”, – тип сығыш яһаны. Яңыраҡ уның ошо сығышын тағы ла уҡып сығып, бөгөнгө күҙлектән фекерләп, Борис Ельциндың хатаһын, үҙенең көсһөҙлөгөн таный белгән шәхес булыуына инандым.
Эйе, сәйәси, иҡтисади тетрәнеүҙәр аша башланды демократик дәүләткә нигеҙ һалыу. Әммә нәҡ ошо мәлдә халыҡта “милли рух, үҙаң, иреклек“ тигән фекерләүгә орлоҡ һалынды. Милли республикалар яңы үҫеш юлына баҫты. Бер ямандың бер яҡшыһы була тигәндәре шулдыр, күрәһең...
Хәҙер инде Владимир Путиндың ил Президенты, Хөкүмәт рәйесе вазифаһында идара итеүенә 18 йыл. Ошо ваҡыт эсендә Рәсәй аяҡҡа баҫты, илдә тәртип урынлаштырыу буйынса ҙур эштәр бойомға ашты. Ул иһә илдең тышҡы сәйәсәтенә ныҡлап иғтибар йүнәлтте. Бөгөн Рәсәй нығынған дәүләт. Донъяла абруйы арта, уның менән иң көслө илдәр иҫәпләшә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Республика Башлығы — Октябрьскийҙа

Республика Башлығы — Октябрьскийҙа 24.09.2018 // Яңылыҡтар

22 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Октябрьский ҡалаһында булды. Эш сәфәре барышында...

Тотош уҡырға 16

Төйәләҫ аша – яңы күпер

Төйәләҫ аша – яңы күпер 23.09.2018 // Яңылыҡтар

Баймаҡ районында Сибай – Күсәй автомобиль юлында Төйәләҫ йылғаһы аша Әбйәлил районы сигенә тиклем...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ

Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ 20.09.2018 // Яңылыҡтар

«Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһы ошо көндәрҙә Өфөлә барған 48-се Бөтә...

Тотош уҡырға 44

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы?

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы? 19.09.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда көндәр һыуытты, ямғырҙар башланды. Көҙгө эштәрен тамамлап өлгөрмәгәндәр борсола:...

Тотош уҡырға 137

Психатрия бригадалары кәмемәй

Психатрия бригадалары кәмемәй 16.09.2018 // Яңылыҡтар

Республикала психатрия бригадалары ҡыҫҡартыу тураһындағы фарман ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр итә...

Тотош уҡырға 48

Ышанһаң — ышан...

Ышанһаң — ышан... 16.09.2018 // Яңылыҡтар

Һөттөң сәләмәтлек өсөн файҙалы икәнен күптән беләбеҙ. Әммә уның йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен...

Тотош уҡырға 75

Ямғырҙар башлана

Ямғырҙар башлана 14.09.2018 // Яңылыҡтар

Тиҙҙән Башҡортостанға ямғырҙар киләсәк....

Тотош уҡырға 90

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт 14.09.2018 // Яңылыҡтар

Награда алыусыларҙан бер төркөм: “Аманат” журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған...

Тотош уҡырға 150

Үҫеш институты проекттарҙа ҡатнаша

Үҫеш институты проекттарҙа ҡатнаша 13.09.2018 // Яңылыҡтар

IV Көнсығыш иҡтисад форумы барышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Рәсәй...

Тотош уҡырға 53

Урлаштыңмы?  Хөкөмгә баҫ!

Урлаштыңмы? Хөкөмгә баҫ! 13.09.2018 // Яңылыҡтар

Борай районы прокуратураһы Ҡуҙбай ауыл советы башлығына ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған....

Тотош уҡырға 65

Был һыуҙы эсергә яраймы икән?

Был һыуҙы эсергә яраймы икән? 13.09.2018 // Яңылыҡтар

"Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәре Стәрлебаш районындағы ауылдарҙа эсәр һыуҙың сифатын тикшергән һәм...

Тотош уҡырға 51

Беҙҙекеләр Владивостокта

Беҙҙекеләр Владивостокта 12.09.2018 // Яңылыҡтар

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми...

Тотош уҡырға 64