Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таңсулпан Ғарипова – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Таңсулпан Ғарипова – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһыТаңсулпан Ғарипова Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы булды. Ошо көндәрҙә республика Башлығы Таңсулпан Ғарипованы ошо маҡтаулы исем менән бүләкләне.

Таңсулпан Ғарипова — Зәйнәб Биишеванан һуң “республиканың халыҡ яҙыусыһы” тигән абруйлы исемде алған икенсе ҡатын-ҡыҙ яҙыусы.
– Был минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды. Проза яҙыу — ауыр хеҙмәт, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн. Бер яҡтан, үҙем, икенсенән, әлеге көндө көткән уҡыусыларым өсөн шатмын. Ошо дан әҫәрҙәремде уҡыусыларға, халҡыма кәрәк, — тине яҙыусы. — Был юғары исем Баймаҡ районына тәүге башҡорт Әлифбаһы авторы, билдәле телсе-ғалим Абдрахман Ғәлләмов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев кеүек танылған шәхестәр биргән тыуған ауылым Күсейгә лә абруй өҫтәй”.
Таңсулпан Ғарипова — билдәле башҡорт яҙыусыһы, драматург, Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре. 1986 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Яҙыусы үҙенең “Бөйрәкәй” китабы өҫтөндә ете йыл самаһы эшләне, һуңыраҡ ул пента­логияға әүерелде. Ул башҡорт әҙәбиәтендә сағыу һәм үҙенсәлекле күренеш булды. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ тарихы тасуирлана, изгелек һәм яманлыҡ араһындағы мәңгелек көрәш яҡтыртыла, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу образдары тыуҙырыла. 2004 йылда “Бөйрәкәй” “Йыл әҫәре” тип иғлан ителде һәм шунда уҡ халыҡ һөйөүен яуланы. 2006 йылда ошо романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Һөт менән алдап булмай

Һөт менән алдап булмай 15.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфөнөң “Саванна” зоопаркы тулыланды. Унда өс арыҫлан һәм ике юлбарыҫ балаһы донъяға килгән....

Тотош уҡырға 75

Ҡомаҡ ағыуы  ғүмер өсөн хәүефле!

Ҡомаҡ ағыуы ғүмер өсөн хәүефле! 15.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө йорттарының береһендә йәшәгән халыҡ ҡомаҡ ағыуы һибелеүе тураһында хәбәр иткән. Ул ағыу урам...

Тотош уҡырға 67

Гәзитме, итле ләүәшме?

Гәзитме, итле ләүәшме? 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Матбуғат киосктары тергеҙелә башланы. Туҡталыш һайын урынлашҡан шаурма киосктары — Рәсәйҙең һәр...

Тотош уҡырға 66

Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ

Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ, ниһайәт, оҙаҡ...

Тотош уҡырға 69

Һауа торошо

Һауа торошо 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 14...

Тотош уҡырға 53

Яңы йылда ниҙәр була?

Яңы йылда ниҙәр була? 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә оператив кәңәшмә ваҡытында Яңы йылда байрам саралары тураһында һүҙ барҙы....

Тотош уҡырға 59

Яуаплы сара көтөлә

Яуаплы сара көтөлә 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова...

Тотош уҡырға 44

"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 117

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 70

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 73

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 95

Тирләндәр яңы “Планета” асты

Тирләндәр яңы “Планета” асты 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 70