Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөтмәҫ ҡомар, олатайҙар рухы…
Бөтмәҫ ҡомар, олатайҙар рухы…Башҡортостанда этник спорт төрҙәре буйынса уҙған Күсмә халыҡтар уйындары 4500-ҙән ашыу тамашасыны йыйҙы. Сара Әбйәлил районындағы “Яҡтыкүл” шифаханаһы биләмәһендә уҙғарылды. Фестиваль бындай кимәлдә республикала тәүгә ойошторолдо.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Елена Арямнова әйтеүенсә, 100-ҙән ашыу батыр милли көрәштә, уҡ атыуҙа, һыбай уҡ атыуҙа көс һынашты. “Ылаҡ” уйыны айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Был спорт төрө башҡорт, ҡырғыҙ, алтай, ҡаҙаҡ һәм башҡа Азия халыҡтарында бар. Һыбай егеттәр кәзә түшкәһен бер-береһенән тартып алырға тейеш. Һөҙөмтәлә Баймаҡ командаһы еңеү яуланы.
Уҡ атыу кеүек милли уйыныбыҙ ҙа ғәҙәтигә әйләнә бара.
– Был спорт төрө менән бер йыл шөғөлләнәм. Былтыр шифахана һабантуйында янды тәүгә ҡулыма алғайным, – тине ярышта ҡатнашҡан Динә Мәһәҙиева.
Блогер һәм тамашасы Рәйес Ғәбитов иһә “Онотолмаҫ тойғолар, бөтмәҫ ҡомар кисерҙем. Әйтерһең дә, атай-олатайҙар рухы уянды” тип яҙған. Сараны ойоштороусы Салауат Нафиҡов әйтеүенсә, туризмды үҫтереү йәһәтенән был фестиваль ғәйәт ҙур ҡеүәткә эйә.
– Тамашасылар республиканың төрлө райондарынан килгән. Был Күсмә халыҡ­тар уйындарының төбәк халҡында ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙырыуы хаҡында һөйләй. Улар – беҙҙең тамырҙар һәм йолалар. Бындай сараны район һабантуйҙары тамамланғас, йыл һайын үткәрергә булдыҡ. Фестиваль бөтә Башҡортостандан көслө спортсы­ларҙы асыҡлау мөмкинлеген бирәсәк, – тине Салауат Нафиҡов.
Әйткәндәй, әлеге еңеүселәр быйыл 2-9 сентябрҙә Ҡырғыҙстанда үтәсәк III Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашасаҡ.
Сараны республиканың Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, “Яҡтыкүл” һәм “Юбилей” шифаханалары ойошторҙо.

Автор: Р. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Газы ла буласаҡ, бала табыу йорто ла төҙөләсәк

Газы ла буласаҡ, бала табыу йорто ла төҙөләсәк 18.12.2018 // Яңылыҡтар

Радий Хәбиров Ишембай районында һәм Күмертау ҡалаһында булды....

Тотош уҡырға 41

Һөт менән алдап булмай

Һөт менән алдап булмай 15.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфөнөң “Саванна” зоопаркы тулыланды. Унда өс арыҫлан һәм ике юлбарыҫ балаһы донъяға килгән....

Тотош уҡырға 85

Ҡомаҡ ағыуы  ғүмер өсөн хәүефле!

Ҡомаҡ ағыуы ғүмер өсөн хәүефле! 15.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө йорттарының береһендә йәшәгән халыҡ ҡомаҡ ағыуы һибелеүе тураһында хәбәр иткән. Ул ағыу урам...

Тотош уҡырға 75

Гәзитме, итле ләүәшме?

Гәзитме, итле ләүәшме? 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Матбуғат киосктары тергеҙелә башланы. Туҡталыш һайын урынлашҡан шаурма киосктары — Рәсәйҙең һәр...

Тотош уҡырға 70

Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ

Эш эҙмә-эҙлекле барасаҡ 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ, ниһайәт, оҙаҡ...

Тотош уҡырға 72

Һауа торошо

Һауа торошо 14.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 14...

Тотош уҡырға 57

Яңы йылда ниҙәр була?

Яңы йылда ниҙәр була? 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә оператив кәңәшмә ваҡытында Яңы йылда байрам саралары тураһында һүҙ барҙы....

Тотош уҡырға 61

Яуаплы сара көтөлә

Яуаплы сара көтөлә 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова...

Тотош уҡырға 47

"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 119

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 71

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 75

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 95