Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем ҡасан пенсияға сыға?
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев пенсия йәшен арттырыу тураһында белдерҙе. ТАСС хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте Башлығы Министрҙар Кабинеты ултырышында пенсия реформаһы шарттарын әйтеп үтте.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хаҡлы ялға сығыу йәше һигеҙ йылға, йәғни 63 йәшкә тиклем, ирҙәр өсөн иһә биш йылға, 65 йәшкә тиклем, арта. Реформа киләһе йылдың ғинуарында башлана һәм планға ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. Пенсия йәшен 15 йыл дауамында бер нисә этапта ғәмәлгә ашырасаҡтар.
Ирҙәрҙең пенсия йәше айырым маҡсатлы күрһәткескә 2028 йылға, гүзәл заттыҡы иһә 2034 йылға етәсәк. Беренсе булып 1959 йылғы ирҙәрҙең, 1964 йылғы ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсия йәше арта. Улар 2020 йылда 61 һәм 56 йәштә хаҡлы ялға сығыу хоҡуғын аласаҡ.
Пенсия йәшен арттырыуҙы илдәге демографик хәлдең үҙгәреүе менән аңлаталар. “Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, 2024 йылда ирҙәрҙең ғүмер оҙайлылығы 72,3 йыл (хәҙерге менән сағыштырғанда 5,8 йылға оҙағыраҡ), ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы 82,1 йыл (4,5 йылға оҙағыраҡ) тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта реформа ауыр шарттарҙа эшләп ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғына эйә булған кешеләргә (шахтерҙарға, ҡара һәм төҫлө металлургия өлкәһендә эшләгәндәргә, тимер юлсыларға һ.б.) ҡағылмай. Бынан тыш, социаль сәбәптәр буйынса страховка пенсияһы тәғәйенләнгән граждандар өсөн дә шарттар үҙгәрмәйәсәк. Ундайҙарға һигеҙ йәшкә тиклемге инвалид балаһы булған йәки биш һәм унан күберәк бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙар, күреү һәләте буйынса I төркөм инвалидтары һәм башҡалар инә.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин ТОЛКАЧЕВ:

– Хаҡлы ялға 55 һәм 60 йәштә сығыу күрһәткесе 1956 йылда уҡ билдәләнгән, бүтән илдә һәм икенсе дәүерҙә. Ошо ваҡыт эсендә хеҙмәт шарттары ла, ғүмер оҙайлылығы ла тамырынан үҙгәрҙе. Әле был йәштә кешеләр әүҙем эшләүен дауам итә. Һәм йыш ҡына уларҙың был мөмкинлектәрен сикләгән эш биреүселәр менән осраша. Яңы сис­тема хеҙмәт баҙарында квалификациялы, компетентлы кадрҙарҙы, бай тәжрибәгә эйә булған ысын профессионалдарҙы һаҡлап ҡалырға булышлыҡ, уларға лайыҡлы эш хаҡын тәьмин итәсәк. Пенсия йәшен арттырыу илебеҙгә иҡтисадты үҫтереү, социаль системала күләмле реформа үткәреү, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 75

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 50

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 52

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 79

Тирләндәр яңы “Планета” асты

Тирләндәр яңы “Планета” асты 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр 02.12.2018 // Яңылыҡтар

Ҡариҙел ауылына "КамАЗ" машинаһында хәрби техника килтергән мәлде халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте....

Тотош уҡырға 99

Енәйәтсе тотолған

Енәйәтсе тотолған 01.12.2018 // Яңылыҡтар

Салауат ҡалаһында суд приставы 34 йәшлек хәүефле енәйәтсене таныған һәм ҡулға алған. Ул...

Тотош уҡырға 136

Канаттар яңыртыла

Канаттар яңыртыла 28.11.2018 // Яңылыҡтар

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигындағы “Скиповая” шахта үҙәге тәүлегенә туғыҙ тонна...

Тотош уҡырға 49

Һаҡланғанды һаҡлармын...

Һаҡланғанды һаҡлармын... 25.11.2018 // Яңылыҡтар

Быйыл республикала 3 меңдән ашыу янғын осрағы теркәлгән. 167 кеше утта һәләк булған....

Тотош уҡырға 104

Поликлиникала янғын сыҡҡан

Поликлиникала янғын сыҡҡан 16.11.2018 // Яңылыҡтар

Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис Әлшәй районының Шафран ауылында булды. Тимер юл урамындағы шифахана...

Тотош уҡырға 94

Һайлау киләһе йылға тәғәйенләнде

Һайлау киләһе йылға тәғәйенләнде 15.11.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен (мөфтөйөн) һайлау киләһе йылдың ноябренә...

Тотош уҡырға 80

Аҙна башы һалҡын тора

Аҙна башы һалҡын тора 13.11.2018 // Яңылыҡтар

13 ноябрҙә республикала һалҡын булмаҡсы, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 9-14, урыны...

Тотош уҡырға 69