Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшлектәренә ҡайтып әйләнделәр
“Газпром нефтехим Салауат” компанияһына Салауат ҡалаһының бер төркөм хеҙмәт ветерандары сәйәхәт ҡылды. Улар үҙҙәре эшләгән комбинаттың үҫеше, производство яңылыҡтары менән танышты.

Ҡаланың һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина белдереүенсә, Салауатта 44 меңдән ашыу пенсионер йәшәй. Уларҙың төп өлөшө ғүмерҙәрен әлеге комбинатҡа арнаған. Шуға сәфәр күптәр өсөн ҙур мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, Башҡортостандың атҡаҙанған химигы Рәшит Хужин акрил кислотаһы производствоһының тиҙ арала сафҡа инеүенә ҡыуанды, сөнки элек ул эшләгәндә пропилен насар һатылған, ә хәҙер уға ла (пропиленға ла) ҡулланыш табыла.
– Хеҙмәт юлым әлеге комбинатта башланды. Производство үҫешә, беҙ ҙә йәш саҡта гөрләтеп эшләй инек, – тип хәтирәләргә сумды Фәриҙә апай Ишмөхәмәтова. Ғөмүмән, ветерандар предприятиеның эше менән ҡәнәғәт ҡалды. Шулай булмай, акрил етештереү буйынса Рәсәйҙең иң ҙур заводында баҫып торалар ҙабаһа!
Производство былтыр йыл аҙағында сафҡа инде һәм әлеге көндә Төньяҡ һәм Латин Америкалары илдәренә лә продукция сығара. Әйтергә кәрәк, предприятиеның ҡала тормошонда ғына түгел, республика һулышында ла абруйы ҙур.
 – Һуңғы ун биш йылда тиҫтәнән ашыу производство сафҡа инде. Инвестиция күләме – 150 миллиард һум, – тип таныштырҙы эштәр менән компанияның инвестициялар һәм капиталь төҙөлөш буйынса директоры Рөстәм Ғәлиев.
...Ветерандар завод һөҙөмтәләре менән бер ҡыуанһа, производствола йәштәрҙең гөрләтеп эшләп йөрөүенә йәнә күңелдәре булды, өмөттәре яңырҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ

Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ 20.09.2018 // Яңылыҡтар

«Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһы ошо көндәрҙә Өфөлә барған 48-се Бөтә...

Тотош уҡырға 36

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы?

Һыуыҡтар башланды. Һауа торошо яҡшырырмы? 19.09.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда көндәр һыуытты, ямғырҙар башланды. Көҙгө эштәрен тамамлап өлгөрмәгәндәр борсола:...

Тотош уҡырға 123

Психатрия бригадалары кәмемәй

Психатрия бригадалары кәмемәй 16.09.2018 // Яңылыҡтар

Республикала психатрия бригадалары ҡыҫҡартыу тураһындағы фарман ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр итә...

Тотош уҡырға 44

Ышанһаң — ышан...

Ышанһаң — ышан... 16.09.2018 // Яңылыҡтар

Һөттөң сәләмәтлек өсөн файҙалы икәнен күптән беләбеҙ. Әммә уның йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре хәүефен...

Тотош уҡырға 71

Ямғырҙар башлана

Ямғырҙар башлана 14.09.2018 // Яңылыҡтар

Тиҙҙән Башҡортостанға ямғырҙар киләсәк....

Тотош уҡырға 85

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт

Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт 14.09.2018 // Яңылыҡтар

Награда алыусыларҙан бер төркөм: “Аманат” журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған...

Тотош уҡырға 141

Үҫеш институты проекттарҙа ҡатнаша

Үҫеш институты проекттарҙа ҡатнаша 13.09.2018 // Яңылыҡтар

IV Көнсығыш иҡтисад форумы барышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Рәсәй...

Тотош уҡырға 47

Урлаштыңмы?  Хөкөмгә баҫ!

Урлаштыңмы? Хөкөмгә баҫ! 13.09.2018 // Яңылыҡтар

Борай районы прокуратураһы Ҡуҙбай ауыл советы башлығына ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған....

Тотош уҡырға 60

Был һыуҙы эсергә яраймы икән?

Был һыуҙы эсергә яраймы икән? 13.09.2018 // Яңылыҡтар

"Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәре Стәрлебаш районындағы ауылдарҙа эсәр һыуҙың сифатын тикшергән һәм...

Тотош уҡырға 49

Беҙҙекеләр Владивостокта

Беҙҙекеләр Владивостокта 12.09.2018 // Яңылыҡтар

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми...

Тотош уҡырға 62

5 миллион һум ришүәт алған!

5 миллион һум ришүәт алған! 12.09.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты баш ҡаланың Совет районы буйынса прокурорына ҡаршы енәйәт эше...

Тотош уҡырға 78

Бишеһен дә ҡотҡарған

Бишеһен дә ҡотҡарған 11.09.2018 // Яңылыҡтар

Ишембай ҡалаһының 19-сы мәктәп уҡыусыһы Иван Соболев мәктәптән ҡайтып килешләй, автобус...

Тотош уҡырға 75