Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бысҡы менән алыҫ китеп булмай...
Бысҡы менән  алыҫ китеп булмай...Дүрт йыл эсендә республика ҡаҙнаһынан ағас әҙерләүселәргә 600 миллион һумлыҡ субсидия бүленәсәк. Республика Хөкүмәтендә ошо мәсьәлә тикшерелде. Ҙур компанияларға төҙөлөш материалдары, йыһаз етештереү өсөн сеймал етмәй, шул уҡ ваҡытта уға ҡытлыҡ та юҡ. Сәбәбе — техниканың иҫкереүе, ә яңыһы иһә пилорама хужаларының кеҫәһенә һуға.

Балта урынына — бензобысҡы, ат көсө урынына — йөк машиналары. Әммә был техника ҡаҙаныштары ла күптән инде иҫкергән. Уның ҡарауы, район­дарҙағы пилорамалар әлегә тиклем совет станоктарын файҙа­лана. Уларҙы иһә йүнәтеп тә булмай. Ауыл эшҡыуарҙа­рының сит ил ма­нипуляторҙарын да, ҙур йөк машиналарын да һатып алырға мөмкинлеге юҡ. Техник йәһәттән артта ҡалыу һөҙөмтәһендә “Кроношпан” һәм “Башлеспром” кеүек ҙур компаниялар ағастың 40 процентын Татарстан менән Свердловск өлкәһенән ташырға мәжбүр.
Республика Хөкүмәтендә ағас әҙерләүселәрҙе техник йәһәттән ҡайтанан йыһазландырыу мәсьәләһен күтәрҙеләр, сөнки, техниканың иҫкереүе сәбәпле, Башҡортостан иҡтисады йыл һайын 500 миллион һумды алып еткермәй.
Шул уҡ ваҡытта урмандың ҙур өлөшө үҙләштерелмәй ҡала. Сәнәғәт министрлығы 2022 йылға тиклем ҡаҙнаға 600 миллион һумды һалырға һәм ағас әҙерләүселәргә ошо аҡса ярҙамында ҡорамалдар хаҡының 30 процентын ҡапларға тәҡдим итә.
— Әле тармаҡтың сәнәғәт етештереүенә индергән өлөшө ни бары 1,6 процент тәшкил итә. Республикалағы урмандың 30 проценты ғына үҙләштерелеүе лә ҡыҙғаныс, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Шәхси пилорамалар хужалары ағасты тәрән эшкәртеү мәсьәләһендә лә ярҙам һорай. Ағасты һатыу ғына түгел, ахыр продукцияға тиклем тотош эшмәкәрлек сылбырын яйға һалыу улар өсөн бик мөһим. Башҡортостан Хөкүмәтендә әйтеүҙәренсә, субсидия алыу өсөн пилорама хужаларының мотлаҡ ағас әҙерләүгә рөхсәте булырға тейеш. Улар ағас ҡырҡылған участкаға яңы үҫентеләр ултыртырға ла бурыслы. Һалым түләүҙән тайпылғандарға иһә субсидия бирелмәйәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Яңы йылда ниҙәр була?

Яңы йылда ниҙәр була? 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә оператив кәңәшмә ваҡытында Яңы йылда байрам саралары тураһында һүҙ барҙы....

Тотош уҡырға 33

Яуаплы сара көтөлә

Яуаплы сара көтөлә 13.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова...

Тотош уҡырға 34

"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 106

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 63

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 64

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 88

Тирләндәр яңы “Планета” асты

Тирләндәр яңы “Планета” асты 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 62

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр 02.12.2018 // Яңылыҡтар

Ҡариҙел ауылына "КамАЗ" машинаһында хәрби техника килтергән мәлде халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте....

Тотош уҡырға 108

Енәйәтсе тотолған

Енәйәтсе тотолған 01.12.2018 // Яңылыҡтар

Салауат ҡалаһында суд приставы 34 йәшлек хәүефле енәйәтсене таныған һәм ҡулға алған. Ул...

Тотош уҡырға 144

Канаттар яңыртыла

Канаттар яңыртыла 28.11.2018 // Яңылыҡтар

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигындағы “Скиповая” шахта үҙәге тәүлегенә туғыҙ тонна...

Тотош уҡырға 56

Һаҡланғанды һаҡлармын...

Һаҡланғанды һаҡлармын... 25.11.2018 // Яңылыҡтар

Быйыл республикала 3 меңдән ашыу янғын осрағы теркәлгән. 167 кеше утта һәләк булған....

Тотош уҡырға 113

Поликлиникала янғын сыҡҡан

Поликлиникала янғын сыҡҡан 16.11.2018 // Яңылыҡтар

Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис Әлшәй районының Шафран ауылында булды. Тимер юл урамындағы шифахана...

Тотош уҡырға 95