Кинематографияға иғтибар арта

13-07-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары бишенсе саҡырылышта йомғаҡлаусы пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында кинематографияға дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы Закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

— Закон проектында төшөрөүҙе, прокатҡа сығарыуҙы һәм күрһәтеүҙе өлөшләтә финанслау рәүешендәге дәүләт ярҙамы федераль ҡануниәттә төшөнсәһе аныҡ билдәләнгән милли фильмдарға ҡарата күрһәтелеүе күҙ уңында тотола, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Бынан тыш, Башҡортостан дәүләт власы органдарының республика прокат таныҡлыҡтарын тапшырыу вәкәләтен көсөнән сыҡҡан тип танырға тәҡдим ителә. Был фильмға прокат таныҡлығын биреү, баш тартыу һәм таныҡлыҡты саҡыртып алыу тәртибен көйләгән федераль норматив хоҡуҡ акттары менән ошо законды яраштырыу өсөн кәрәк. Әле федераль ҡануниәттә төбәк прокат таныҡлыҡтарын тапшырыу ҡаралмаған.