Спортҡа — 87 миллион һум

13-07-2018, 00:03 // Информация // Баҫып сығарырға
Республикала 84 федерация үҙҙәренең спорт төрҙәрен үҫтереү программаларын әҙерләне. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән 42 документ яраштырылды, шуларҙың 23-ө төп спорт төрҙәренә ҡағыла.

— Башҡортостан Хөкүмәтенең 3 июлдәге бойороғо менән төп спорт төрҙәрен үҫтереүгә 87 миллион һум бүленде, — тип билдәләне үҙенең докладында йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов. — Өҫтәмә финанслау спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын — 0,9, разрядлы һәм исемле спортсыларҙы — 5,8, милли йыйылма командаларға саҡырылғандарҙы — 4,2, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүселәрҙе, призерҙарҙы 6,7 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Төбәк министрлығында өҫтәмә финанслауға бәйле тенденцияны киләсәктә лә тормошҡа ашырырға тәҡдим иттеләр.