Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡала матураяДәүләкән ҡалаһының үҙәк майҙанында былтыр тәүге фонтан барлыҡҡа килде. Уны 2016 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы төҙөгәндәр. Проект ике миллион һумға төшкән: яртыһы – республика бюджетынан, ҡалғаны урындағы бюджеттан һәм халыҡтан йыйылған.

Үҙәк майҙанда ейәнсәре менән ял итеп йөрөгән ҡатын янына килеп, һөйләшеп киттек.
– Ҡала үҙәгенә сығыу күңелле булып ҡалды. Хәҙер, исмаһам, барыр урын, рәхәтләнеп йөрөр өсөн тротуарҙар барлыҡҡа килде. Бөтә ергә тиерлек асфальт һалынды. Һуңғы йылдарҙа ҡала йөҙө ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы. Элек ял итеп ултырырлыҡ эскәмйәләр ҙә юҡ ине. Ә бын­да, үҙәк майҙанда, түтәлдән башҡа бер нәмә лә булманы, – тине ғүмер буйы Дәүләкән ҡалаһында йәшәгән Любовь Мирошниченко.
– Уның фекере менән тулыһынса килешәм. Үҙем дә ошо ҡалала тыуып үҫтем, шуға ла халыҡты борсоған мәсьәләләр миңә лә яҡшы таныш. Ҡала боронғо, инфраструктура мәсьәләһен хәл итеү еңелдән түгел. Үҙәктә урынлашҡан йорттарҙа канализация селтәре юҡ. Әле был мәсьәләне хәл итәбеҙ: күп фатирлы 40 йортҡа проект әҙерләнә. Ошо маҡсатта 1,7 миллион һум аҡса бүленде. Канализация үткәреү өсөн сама менән 100 миллион һум талап ителәсәк. Үҙәк майҙанды төҙөкләндереүгә ете миллион һум тотонолдо: асфальт түшәнек, сәхнә ҡуйҙыҡ, эскәмйә һәм урналар ултырттыҡ, – тип башҡарылған эштәр менән таныштырҙы Дәүләкән ҡала биләмәһе башлығы Вячеслав Гапоненко.
Ысынлап та, бында ҡала үҙәген яңыртыу эше ҡайнай. Шуларҙың береһе – Үҙәк парк үҙгәртеп ҡорола. Парктың алдын яңыртыуға 5,8 миллион һум аҡса бүленгән. Йәйәүлеләр зонаһын төҙөү, ағас ултыртыу, түтәлдәр эшләү, эскәмйәләр ҡуйыу, асфальт юлды ташҡа алмаштырыу, ҡоймалар ҡуйыу эше башҡарыласаҡ.
Былтыр “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” өҫтөнлөклө проекты нигеҙендә бүленгән 24 миллион һумға һигеҙ ихатаны һәм күп фатирлы 25 йортто төҙөкләндергәндәр. Быйыл ошо уҡ программа буйынса 7,5 миллион һум бүленгән. Уға тағы ла урындағы бюджеттан 1,5 миллион һум өҫтәп, өс ихатаны һәм бер йәмәғәт биләмәһен ремонтлаясаҡтар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






"Ш" билдәһе кәрәкмәй

"Ш" билдәһе кәрәкмәй 08.12.2018 // Яңылыҡтар

Автомобилдәргә "Ш" билдәһе ҡуйыу кәрәк түгел, тигән һығымтаға килделәр Рәсәй Хөкүмәтендә. Бының...

Тотош уҡырға 100

Баймаҡтарға яңы бина

Баймаҡтарға яңы бина 08.12.2018 // Яңылыҡтар

10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы...

Тотош уҡырға 57

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина”

“Юрматылар өсөн Торатау — ҡиммәтле хазина” 07.12.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә...

Тотош уҡырға 62

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ”

“Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу мәсьәләһенә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ” 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү...

Тотош уҡырға 83

Тирләндәр яңы “Планета” асты

Тирләндәр яңы “Планета” асты 04.12.2018 // Яңылыҡтар

Бөгөн Белорет районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 59

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр

Ҡариҙелгә хәрби техника килтерҙеләр 02.12.2018 // Яңылыҡтар

Ҡариҙел ауылына "КамАЗ" машинаһында хәрби техника килтергән мәлде халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте....

Тотош уҡырға 105

Енәйәтсе тотолған

Енәйәтсе тотолған 01.12.2018 // Яңылыҡтар

Салауат ҡалаһында суд приставы 34 йәшлек хәүефле енәйәтсене таныған һәм ҡулға алған. Ул...

Тотош уҡырға 141

Канаттар яңыртыла

Канаттар яңыртыла 28.11.2018 // Яңылыҡтар

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигындағы “Скиповая” шахта үҙәге тәүлегенә туғыҙ тонна...

Тотош уҡырға 51

Һаҡланғанды һаҡлармын...

Һаҡланғанды һаҡлармын... 25.11.2018 // Яңылыҡтар

Быйыл республикала 3 меңдән ашыу янғын осрағы теркәлгән. 167 кеше утта һәләк булған....

Тотош уҡырға 110

Поликлиникала янғын сыҡҡан

Поликлиникала янғын сыҡҡан 16.11.2018 // Яңылыҡтар

Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис Әлшәй районының Шафран ауылында булды. Тимер юл урамындағы шифахана...

Тотош уҡырға 94

Һайлау киләһе йылға тәғәйенләнде

Һайлау киләһе йылға тәғәйенләнде 15.11.2018 // Яңылыҡтар

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен (мөфтөйөн) һайлау киләһе йылдың ноябренә...

Тотош уҡырға 81

Аҙна башы һалҡын тора

Аҙна башы һалҡын тора 13.11.2018 // Яңылыҡтар

13 ноябрҙә республикала һалҡын булмаҡсы, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә 9-14, урыны...

Тотош уҡырға 70