Иң игелекле төбәк билдәләнә

10-08-2018, 09:41 // Информация // Баҫып сығарырға
Быйыл иң изге күңелле рәсәйҙәр, ҡалалар, мәктәптәр рейтингынан тыш, ойоштороусылар иң изге күңелле төбәктәр рейтингын да ғәмәлгә индерҙе. Рейтингтағы урын ҡатнашыусылар йыйған мәрәйҙәр һанына һәм улар башҡарған эштәр сифатына бәйле.
“Изге эштәр марафоны” ике этапта уҙғарыла. Акцияның сайтында 1 октябргә тиклем коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың һәм ирекмән берек­мәләренең проекттары йыйыла, ә октябрҙән декабргә тиклем марафонда ҡатнашыусылар үҙ ҡалаларында коммерцияға ҡарамаған иң яҡшы башланғыстарҙы ғәмәлгә ашырасаҡ.
Акцияның төп бүләге – Рәсәйҙең теләһә ҡайһы нөктәһенә ике билет. Бының өсөн биш этапта кәмендә берәр мәсьәләне сисеү шарт. Уны сисеү барышын фотоға йәки видеоға төшөрөп, модераторҙарға ебәрергә кәрәк. Улар иһә киләһе һорауҙарға һәм этаптарға рөхсәт бирәсәк.