Башҡортостан статистары социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә уртаса ҡулланыу хаҡтарын баҫтырып сығарҙы. “Башстат” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер аҙна эсендә кишергә хаҡ байтаҡҡа үҫкән
(5,4 процентҡа). Әле республика буйынса бер килограмм кишерҙең уртаса хаҡы –
53 һум самаһы.


Ҡиммәтләнгән аҙыҡ-түлек исемлегенә шулай уҡ һыйыр, һарыҡ, сусҡа, тауыҡ ите, тары ярмаһы, алма, вермишель, дөгө ярмаһы, туңдырылған балыҡ, шәкәр, ҡуйы һөт, сәй, башлы һуған, ҡарабойҙай ярмаһы, бойҙай ононан бешерелгән икмәк, ҡалас ризыҡтары инә. Уларҙың хаҡы 0,1-2,3 процентҡа үҫкән. Уның ҡарауы, аҡ күсәнле кәбеҫтә, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, 4,6 процентҡа арзанайған. Хәҙер уның килограмы уртаса 20 һумға төшә. Арзанайған ризыҡтар иҫәбендә сыр, бойҙай оно, көнбағыш майы, картуф, тоҙ, йомортҡа бар. Бер аҙнала уларҙың хаҡы 0,2-1,3 процентҡа түбәнәйгән. Республикала аҡ майҙың, арыш ононан һәм арыш-бойҙай ононан бешерелгән икмәк хаҡы үҙгәрмәгән.