Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Газы ла буласаҡ, бала табыу йорто ла төҙөләсәк
Радий Хәбиров Ишембай районында һәм Күмертау ҡалаһында булды.

Төбәктә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы сәнәғәт һәм социаль (шул иҫәптән проблемалы) объекттар менән танышты.

Ярҙам буласаҡ!

Тыуған яҡ һәр кемдә матур тойғолар уята – һағыш һәм шатлыҡ бер юлы күңелде биләй. Радий Хәбиров та хеҙмәт юлын башлаған предприятиела булып, ҡасандыр атлап йөрөгән урамдарҙан үтеп, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Республика етәксеһе тыуған районының үҫешен күреп, бер яҡтан, ҡыуанһа, етешһеҙлектәр менән таныш­ҡанда борсолоуҙарын да йәшермәне. Һуңғы йылдарҙа Ишембайға республика кимә­лендә иғтибар кәмеүен билдәләп үтте һәм киләсәктә ярҙам буласағын вәғәҙәләне.

Ишембай ҡалаһының Кузьминовка биҫтәһендә, мәҫәлән, төҙөлөш өсөн 628 ер участкаһы ҡаралған, уларҙың яртыһынан күбендә шәхси йорттар ҡалҡып сыҡҡан да инде. Тик, урындағы халыҡ белдереүенсә, бында юл, һыу һәм зәңгәр яғыулыҡ проб­лема булып ҡала. Ғөмүмән, инфраструктураны яҡшыртырға кәрәк.

– Һыу үткәреү өсөн проект бар, тимәк, киләһе көҙ был мәсьәлә хәл ителәсәк, тип килешәйек, газ менән тәьмин итеү буйынса “Газпром” компанияһы вәкилдәре менән һөйләшеү алып барасаҡбыҙ, ә бына ныҡлы юл менән ҡабаланмай торайыҡ, сөнки уны ауыр төҙөлөш техникалары емереп бөтәсәк, шуға башта ваҡытлысаһын түшәргә тура килер, – тип вәғәҙәләне Радий Фәрит улы осрашыуға килгәндәргә.

Республика етәксеһенең, иртәгә үк ялтырап ятҡан асфальт юл буласаҡ, тип яңғырауыҡлы вәғәҙә бирмәүен, ә мәсьә­ләләрҙе эҙмә-эҙлекле хәл итергә кәрәклеген аңлатыуын яҡташтары юғары баһаланы.

Әйткәндәй, әлегеләй проблемалар “Юрматы-2” биҫтәһен дә урап үтмәй. Бында 2025 йылға 56 мең квадрат метрлыҡ күп ҡатлы йорттар һәм 16 мең квадрат метрлыҡ шәхси торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Бөгөнгә 48 шәхси һәм 36 күп ҡатлы йорт сафҡа ингән. Радий Хәбиров белдереүенсә, төҙөлөш артабан йылдам үҫешһен өсөн биләмә төҙөкләндереләсәк, һыу пробле­маһы хәл ителәсәк, ә газ үткәреү алдағы йылдан башланасаҡ – был эштәр өсөн аҡса бүлеү ҡаралған.

Әлеге биҫтәлә йәшәгән халыҡ менән күрешкәндә, әлбиттә, юл-һыу проблемалары ғына күтәрел­мәне. Урындағылар шулай уҡ медицина, мәғариф өлкәһендәге етешһеҙлектәр тураһында ла әйтте. Әммә нимә тураһында ғына һүҙ бармаһын, береһе лә хәл итә алмаҫлыҡ мәсьәлә түгел, эш алып барыла. Мәҫәлән, район хакимиәте башлығы Марат Ғайсин билдә­ләүенсә, Ишембай ҡалаһының 9-сы мәктәбендә киләһе йылда ремонт көтөлә һәм был күренеш байтаҡ уҡыусыларға беренсе сменала уҡырға мөмкинлек бирәсәк.

Сисә алмаҫлыҡ тигәндән, быға тиклем республикала алданған өлөшсөләр проблемаһы киҫкен­ләш­кәйне. Тик уның буйынса иҫәпһеҙ-һанһыҙ кәңәшмәләр генә үҙ һөҙөмтәһен бирҙеме икән, һәр хәлдә тейешле кимәлдә? Мәсьә­ләне сисер урынға бөтә яуап­лылыҡты һәм ғәйепте алданған кешеләр өҫтөнә ауҙарырға ты­рышҡан чиновниктар ҙа булманы түгел. Бәхеткә күрә, был өлкәлә лә “боҙ ҡуҙғала”, рөхсәт ҡағыҙҙарын етди контролгә алыуҙы иҫәпкә алғанда ла, күпте аңларға мөмкин. Ишембайҙағы осрашыуҙа, әйткән­дәй, был проблема ла күтәрелде.

– Бер алданған өлөшсө лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, – тине Радий Фәрит улы.


Ишембайҙа тиҙ арала хәл ителергә тейеш мәсьәләләр һыу-газ менән генә тамамланмай икән. Мәҫәлән, Радий Хәбиров Ишембай ойоҡ фабрикаһының элекке ята­ғында йәшәүселәрҙең дә проб­лемаһы менән танышты. Баҡтиһәң, банкрот тип танылған предприя­тиеның ятаҡ бүлмәләре һатылған һәм хәҙер унда йәшәүселәр ҡайҙа барырға белмәй. Килеп тыуған хәл буйынса республика етәксеһе тиҙ арала мәғлүмәт туплап тапшы­рырға ҡушты һәм ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Ә бына Ишембай бала табыу йорто 1951 йылда һалынған һәм, үкенескә ҡаршы, заманса медицина талаптарына яуап биреп бөтмәй. Шуға ҡарамаҫтан, бында буласаҡ әсәләр хатта Стәрлетамаҡтан да килә. “Табиптар иғтибарлы”, – тип аңлата, мәҫәлән, әлеге аҙымын бер йәш ҡатын.

– Быға тиклем гел генә табиптарҙы тәнҡитләүгә тап булһам, бында, киреһенсә, рәхмәт әйтәләр, – тигән һығымта яһаны Радий Фәрит улы. Әлбиттә, ошондай мәрхәмәтле һәм иғтибарлы табиптар яҡшы шарттарҙа эшләргә, ә сабыйҙар заманса йортта донъяға килергә тейеш һәм был йәһәттән Башҡортостан етәксеһе яуабы менән оҙаҡ көттөрмәне.


– Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ, – тип ҡыҫҡа һәм аныҡ итеп әйтте ул.


Республикала халыҡты хеҙмәт­ләндереү буйынса ла һорауҙар күп йыйылғайны. Мәҫәлән, күп функциялы үҙәктәрҙә документ юллау өсөн көнө буйы сиратта торорға кәрәк ине. Был етешһеҙлек Ишембайға ла ҡағылды. Шуныһы ҡыуаныслы: республика етәксе­һенең фарманы менән кәмселек­тәрҙе бөтөрөү буйынса бында етди эш алып барыла. Мәҫәлән, хәҙер бүлеккә туғыҙ белгес эшкә алынған, хеҙмәт хаҡы артҡас, берәү ҙә китергә атлығып тормай, эш ваҡыты, өҫтәлмә мөрәжәғәт “тәҙрәләре”... барыһы ла эҙһеҙ үтмәй һәм хәҙер сират көтөү ваҡыты ла кәмегән. Бүлексә идарасыһы Элла Титова әйтеүенсә, ай башында һәм аҙағында кешеләр, ғәҙәттә, күп була, әммә киләсәктә документ юллау тағы ла камил­лашасаҡ.

Әлбиттә, проблемалар бар һәм уларҙы сисергә кәрәк, төҙөргә, үҫешергә. Был тәңгәлдә һис шикһеҙ районда, республикала иҡтисадтың тотороҡло булыуы шарт. Ә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүҙә кадрҙар әҙерләү мөһим роль уйнай. Өфө дәүләт нефть техник универси­тетының Ишембай филиалында киләсәктә нәҡ тыуған райондарын күтәрерҙәй белгестәр сығыуына өмөттәр ҙур. Бында уҡыуҙа өлгәшергә лә, фән менән шөғөлләнеү өсөн дә шарттар бар, тик шуныһы: студенттар һаны артыу сәбәпле, шөғөлләнергә урындар етмәй, ятаҡтарҙы ла яҡшыртыу ҡамасауламаҫ ине. Әммә үҫеш өсөн шарттар тыуҙырыу буйынса бында ла мөмкинлектәр табылған – район етәксеһе Марат Ғайсин буш торған бинаны филиалға биреү мөмкинлектәре хаҡында һөйләп үтте.

Бина тигәндән, утыҙ йыл элек бында ҡаланың 11-се мәктәбе урынлашҡан булған. Радий Хәбиров нәҡ ошо уҡыу йортонда белем алған. Ул уҡытыусылары Әлүрә Сәфиуллина һәм Әнүәр Шәңгәрәев менән осрашып, мәктәп йылдарын да хәтерләп алды. Ветеран уҡытыусылар буласаҡ республика етәксеһенең дәрестәргә һәр саҡ әҙерләнеп килгәнен һәм белем алыуға яуаплы ҡарауын билдәләне.

Шуныһына өмөт бар: әлеге филиалды тамамлаған егет-ҡыҙҙар араһында урында эшкә ҡалырға теләүселәр байтаҡ, сөнки бындағы заводтарҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәт­кәндәргә, эш хаҡы ла насар түгел – 30 мең һум, Себергә йөрөү ҙә кәрәкмәй тигәндәй. Кем белә, бәлки, күптәр урындағы “ИНМАН” менән “Витязь”да эшләп китер әле. Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров райондың сәнәғәт берәмектәренең уңыштары менән дә танышыу маҡсатында әлеге предприятие­ларҙа булды. Танышып тип ни... уларҙың береһендә Радий Фәрит улы үҙенең хеҙмәт юлын башлаған һәм ҡаҙаныштар хаҡында ла ишетеп кенә белмәй.

– Ишембай малайҙарының күбеһе мәктәпте тамамлап, заводҡа барып, ҙур вездеходтар эшләүҙә ҡатнашырға хыяллана ине. Мин шулай иттем дә – фрезеровщик ярҙамсыһы булып урынлаштым. Бөгөн ҡала предприятиеларына еңел түгел, әммә улар тырыша. Яйлап булһа ла заказдар бар. Был заводтарға заказдар табыуҙа, яңыртыуҙа ярҙам итергә кәрәк, – тигән һығымта яһаны ул. Атап әйткәндә, республика етәксеһе аҙ процентлы займ, финанслау һәм проекттарҙы федераль кимәлгә сығарыу тураһында ла һүҙ алып барҙы һәм был йәһәттән артабан башҡарасаҡ аҙымдарҙы атап үтте.

Предприятиеларға килгәндә, “Витязь” оборона өсөн дә, сәнәғәт әһелдәренә лә вездеходтар әҙерләй. Ул машиналар, билдәле булыуынса, ғәҙәти техника йөрөй алмаған һаҙлыҡлы-батҡаҡлы, ҡарлы урындарға кеше йәки йөк, ҡорамал алып барыу өсөн тәғәйенләнгән. Ошондай шәп вездеходтарҙы етештереүҙә 1,5 мең кеше ҡатнаша. Ә бына шулай уҡ ҡеүәтле “ИНМАН” иһә кран-манипуляторҙар яһау менән шөғөлләнә.
Продукцияға шулай уҡ ихтыяж юғары, хатта сит илдән дә заказдар бар. Улай ғына ла түгел, әлеге ваҡытта заводта 230 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп ителеп, производство яңырыу кисерә. Ул проектҡа, әйткәндәй, республика етәксеһенең ноябрь айында үткәргән “Инвестсәғәттә” нигеҙ һалынды – килешеүгә ҡул ҡуйылды. Күп сәнәғәт предприятиеларын кранлы, 400 кешене эшле иткән “ИНМАН”дың да, вездеходтар етештереүсе “Витязь”дың да үҫеше район ғына түгел, тотош республика сәнәғәте өсөн мөһим.

– Ишембай һәр саҡ етди машиналар төҙөү төбәге булды, – тип тә билдәләп китте Башҡорт­остан етәксеһе.

Ауылдарҙа ниндәй хәлдәр?

Радий Хәбиров Ишембай районында ҡала тормошон байҡау менән генә сикләнмәне һәм эш сәфәрен ауылдар буйлап дауам итте. Маршрут шулай уҡ уның тыуған ере – Һайран аша ла үтте. Һайрандар ауылдашына газ һәм башҡа проблемалар хаҡында ғына һөйләп ҡалманы, ә Радий Фәрит улының үҙенең хәлдәрен һорашты һәм хатта “Ауылығыҙҙы һағынып ҡайттығыҙмы?” тип тә ҡыҙыҡһынды.

– Әлбиттә, һағынып, – тине Радий Хәбиров, – Мин бында өс йыл булғаным юҡ.


…Бынан ун көн элек Башҡорт­остан етәксеһе Өфөлә республи­каның төрлө балалар йорттарынан килгән һәләтле ҡыҙҙар һәм малай­ҙар менән осрашҡайны. Улар араһында Петровский ауылында урынлашҡан приюттан Маргарита Ишемова ла бар ине. Шул осрашыуҙа Радий Фәрит улы ҡыҙға оҙаҡламай күрешергә вәғәҙә бирҙе һәм һүҙендә торҙо. Шулай итеп, эш сәфәре Петровский ауылына табан юл алды. Республика етәксеһе Маргарита менән күрешеп кенә ҡалманы, ә уға Өфөлә бергә төшкән фотоны бүләк итте һәм балалар йорто менән дә танышты.

Бында бөгөнгө көндә 24 бала тәрбиәләнә. Шуныһы шатлыҡлы: учреждение директоры Рөстәм Мирасов белдереүенсә, балалар йылдан-йыл аҙая бара, сөнки күптәрҙе ғаиләгә тәрбиәгә алалар. Әммә балалар йортонда ҡалғандарға ла мөмкин тиклем күберәк иғтибар бирергә тырышалар. Мәҫәлән, Марат Ғайсин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта 100 етем торлаҡҡа сиратта тора, йыл да Ишембай ҡалаһында яңы төҙөлгән йорттарҙа егермешәр фатир бирелә.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Радий Фәрит улы балалар йорто тәрбиә­ләнеүселәренең уҡыуҙағы уңыш­тары менән дә танышып, уларҙың Яңы йыл байрамын да ҡарап өлгөрҙө. Ошо ҡылығында Радий Хәбировтың йәнә бер тапҡыр балалар яратыуы, уларҙың килә­сәген хәстәрләүе ярылып ятты. Ә бүләккә нимә теләгәндәрен һорап ҡалмай, үҙе бүләк тәҡдим итеп, автобус ебәреүе балаларҙа ла, ололарҙа ла ҡыуаныс уятты.

Ә бына балалар менән хушла­шыуға Башҡортостан етәксеһен ололар көтөп тора ине инде һәм уларҙың проблемаһы ла оло булып сыҡты. Әрмет-Рәхим ауылында мәктәп бынан бер нисә йыл элек ябылды һәм балалар күрше Түбәнге Әрмет ауылына йөрөп уҡый, ә ябылған мәктәп бинаһы ташландыҡ хәлдә, емерелә. Шул уҡ ваҡытта ауыл клубының бинаһы иҫкергән... Тик ауылда социаль учреждение биналары яҙмышы нисек хәл ителер – инде урындағы етәкселәрҙән тора. Баҡтиһәң, әрметрәхимдәрҙең проблемалары бының менән генә бөтмәй – ауылға газ үтеүгә ҡарамаҫтан, дүрт урам халҡы һаман да өйҙәрен электр ҡорамалдары ярҙамында йылы­тыр­ға мәжбүр. Һәр хәлдә, алдағы ҡышты инде газлы йорттарҙа ҡаршы алырға өмөт бар – республика етәксеһе ярты йыл эсендә проект документтары әҙерләргә ҡушты, ә артабан эштәр республика бюджеты иҫәбенә башҡарыласағы тураһында хәбәр итте.

Тик газ менән бергә фельдшер-акушерлыҡ пункты проблемаһы ла сит түгел ауылға. Атап әйткәндә, бында ике ауылға – бер фельдшер. Хәйер, ул ФАП ҡараған Петровский дауаханаһының үҙенең проблемалары ла етерлек: бинаға тиҙ арала ремонт талап ителә, койка-урындар аҙ, хатта дауаханаға ятыр өсөн ай буйына сират көткән саҡтар ҙа юҡ түгел һәм, иң мөһиме – бында теш дауалаған, күҙ ҡараған тар белгестәр генә түгел, хатта терапевт та етешмәй.

– Ишембайҙа медицина кадр­ҙары буйынса эштәр ҡатмарлы, әммә был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам буласаҡ, тәү сиратта дауа­ханаға табиптарҙы йәлеп итәсәкбеҙ, – тип аныҡлыҡ индерҙе Радий Фәрит улы, әлеге етешһеҙлекте күҙ уңында тотоп, һәм яҡын арала республиканың яңы һаулыҡ һаҡлау министрына килеп хәлде ныҡлап тикшерергә, уны яҡшыртыу буйынса эш башларға ҡушасағын да әйтеп үтте. Тимәк, Петровский ауылы халҡына, ғөмүмән, ишембай­ҙарға Өфөнән йәнә ҡунаҡ көтөргә ҡала. Иң мөһиме, дауахана яңы­расаҡ, табиптар етешәсәк килә­сәктә!

...Ошо урында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының йәнә Маргарита Ишемова менән осрашыуы иҫкә төшә. Юҡ, был юлы Петровский­ҙағы осрашыу түгел, ә Өфөләгеһе. Дөрөҫөрәге, шул осрашыуҙан һуң Радий Хәбировтың әйткән һүҙҙәре: “Республикала һәр баланың уңыш­ҡа илтер юлында мөмкинлектәре булһын, мөмкинлектәре ғәҙел булһын өсөн бөтә көстө һалып тырышасаҡмын”, – тигәйне ул.
Уйлай китһәк, был һүҙҙәр балаларға ғына ҡағылмай һымаҡ һәм яҡташтар тураһында ғына ла һүҙ алып барылмай. Радий Хәбиров­тың маҡсаты ошо уҡ көндө эш сәфәре менән йүнәлгән Күмертау ҡалаһы халҡының да, белорет­тарҙың да, краснокамаларҙың да... ғөмүмән, бөтә республика хал­ҡының да тормошон яҡшыртыуға ҡорол­ған. Уға барыһы ла яҡташ, барыһы ла ҡәҙерле.

“Ҡояшҡа ынтылығыҙ, хыялланығыҙ!”

Артабан Башҡортостан Баш­лығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһына юлланды. Төбәк етәксеһе ошо көндәрҙә эшләй башлаған Кванториум – Квантолаб балалар технопаркын ҡарап сыҡты.

Өр-яңы белем биреү технопаркы “Рәсәй вертолеттары” акционерҙар йәмғиәте һәм Белем биреүҙе үҫтереүҙең яңы алымдары фонды менән берлектә балалар ижады үҙәге нигеҙендә ойошторолған. Технопаркка йыл һайын 800-гә яҡын баланы йәлеп итеү күҙаллана. Ул үҙ эсенә хайтек-цех, хели(аэро)­кван­тум, робоквантум, виртуаль һәм тулыландырылған ысынбар­лыҡ, сәнәғәт дизайны, геоквантум, IТ-квантум һәм берлектәге проект эшмәкәрлеге өсөн коворкинг-зонаны үҙ эсенә ала.

Радий Хәбиров уҡытыусылар һәм балалар менән аралашты, уларҙың ҡаҙаныштары, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды, уҡыу зонаһын ҡарап сыҡты. Уҡыусылар әйтеүенсә, әле улар пилотһыҙ осоу аппараттары эшләй, микроконтроллер программалары төҙөй. Балалар Радий Хәбировҡа виртуаль ысынбарлыҡ техноло­гияһын һынап ҡарарға тәҡдим итте. Технопарк фойеһында иһә робототехника буйынса ярыш ойошторолдо.

Әйткәндәй, бында кескәйҙәр өсөн дә майҙансыҡ асылған. Унда кон­структорҙар нигеҙендә инженер­лыҡ-техник ижадтың нигеҙҙәре өйрәтелә. Сәфәр аҙағында Радий Хәбиров теләктәр стенаһында “Ҡояшҡа ынтылығыҙ, тәүәккәл булығыҙ, хыялланығыҙ! Барыһы ла тормошҡа ашыр, тик үҙеңә ныҡлы ышанырға кәрәк!” тигән иҫтәлекле яҙма ҡалдырҙы.

Күмертауға эш сәфәрендә төбәк етәксеһе шулай уҡ республиканың 100 йыллығына ҡарата төҙөлгән “Сапсан Арена” яңы боҙ һарайын асыу тантанаһында ҡатнашты. Спорт комплексы “Башнефть” йәмғиәтенең хәйриә аҡсаһына төҙөлгән. Объекттың хаҡы – 334 миллион һум. Ул 2015 йылда төҙөлә башлаған.

Боҙ һарайында 600 урынлыҡ трибуна, тренажер залы, кейем алмаштырыу өсөн алты бүлмә, медицина пункты асылған, хоккей һәм фигуралы шыуыу өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған.

Радий Хәбиров ҡала халҡын ошо иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы, шулай уҡ “Шахтер” стадионын реконструкцияларға ҡарар итеүе, урындағы хоккей коман­даһына өр-яңы автобус тапшы­рыласағы хаҡында хәбәр итте. Боҙ һарайы асылыу тантанаһында башҡорт хоккейы легендаһы, “Салауат Юлаев” командаһы ветераны Рәшит Ғимаев төбәк етәксеһенә хоккей сәкәне бүләк итте. Артабан Радий Хәбиров “Авиатор” биҫтәһе халҡы менән аралашты. Улар транспорт-юл инфраструк­тураһы­ның насарлығына зарланды. Төбәк етәксеһе яҡын арала ҡалаға юлды төҙөкләндереүсе коммуналь техника тапшырыласағы тураһында белдерҙе.

Күмертау халҡы менән аралашыу күп фатирлы йорттар иха­таларының береһендә дауам итте. Бында граждандарҙың подъездар­ҙы ремонтлау буйынса республика программаһында финанс ҡат­нашыуы тураһында һүҙ барҙы.

– Халыҡҡа бының өсөн аҡса түләүҙең кәрәге юҡ. Ремонт республика аҡсаһына яһаласаҡ. Финанс бүленәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Йылына подъездарҙың яҡынса 18 процентын, 2024 йылға тиклем бөтә подъездарҙы ла төҙөкләндерәсәкбеҙ.


Республика етәксеһе шулай уҡ ихаталарҙағы соҡор-саҡырҙы ремонтлау программаһы менән таныштырҙы. Юлдағы етешһеҙ­лектәр теркәләсәк, ә муниципалитет өс-дүрт көн эсендә төҙәтергә тейеш.

Маячный ауылында Радий Хәбиров “Сигма” холдингына ингән “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең май экстракцияһы заводында булды. 2014 йылдан яңы предприятие асыуға инвестиция күләме 6 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Йыл башында завод, тәүлегенә 1,2 мең тонна көнбағыш эшкәртеп, проект ҡеүәтенә сыҡҡан. Предприятие көнбағыш майы, көнбағыш ҡабығы, шрот сығара. 2017 йылдан ул Күмертау йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булып тора.

Радий Хәбиров етештереү майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты, холдинг етәкселеге менән сеймал тәьминәте мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Предприятие республика биләмәһенә ингән. Уның нисек эшләүенә күҙ һалығыҙ. Башланғыс булһа, кеше эше өсөн янып көйһә, инвестициялар ҙа, эш урындары ла барлыҡҡа килә. Был – яҡшы миҫал, – тине ул. – Хәҙер заводҡа сеймал – көнбағыш кәрәк. Бөгөн беҙ яҡын-тирәләге биләмәләрҙе, ауыл хужалығы предприятиеларын ошо эшкә йәлеп итеү тураһында һөйләштек.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Командабыҙ көслө, барыһын да эшләйәсәкбеҙ”

“Командабыҙ көслө, барыһын да эшләйәсәкбеҙ” 21.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Сибайҙағы экологик хәл социаль ғәҙелһеҙлек дәлилдәрен асыҡ күрһәтте, улар эҙмә-эҙлекле...

Тотош уҡырға 30

Табиптар был аҙнала нисек ҡабул итә?

Табиптар был аҙнала нисек ҡабул итә? 21.01.2019 // Яңылыҡтар

Был аҙнала Сибай ҡала дауаханаһында республика медицина белгестәре үҙ эшен дауам итә....

Тотош уҡырға 24

Сибайҙарҙы алдарға маташҡандар

Сибайҙарҙы алдарға маташҡандар 21.01.2019 // Яңылыҡтар

Сибайҙағы хәлдән файҙаланып, урындағы халыҡтың “кеҫәһенә төшөргә” тырышыу осрағы хаҡында ишетелде:...

Тотош уҡырға 28

Килде замана: газ плитәһенән һыу аға...

Килде замана: газ плитәһенән һыу аға... 21.01.2019 // Яңылыҡтар

Былтыр декабрҙә Белорет ҡалаһының Карл Маркс урамындағы 86-сы йортта йәшәгәндәрҙән авария хеҙмәтенә...

Тотош уҡырға 62

Тағы атыш...

Тағы атыш... 21.01.2019 // Яңылыҡтар

Благовещен ҡалаһы урамдарының береһендә ике автомобиль төкөшкән. Береһенең водителе авария урынынан...

Тотош уҡырға 105

"Ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡламаһын өсөн

"Ҡыҙыл әтәс" ҡунаҡламаһын өсөн 20.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл ерҙәрендә янғын сығыу осраҡтары йышая, ҡорбандар булғаны...

Тотош уҡырға 89

Арыҫландың вәғәҙә иткән видеоролигы әҙер!

Арыҫландың вәғәҙә иткән видеоролигы әҙер! 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Социаль мәсьәлә

Яңы йыл алдынан Президент самолеты бортында булған 15 йәшлек Арыҫлан Ҡәйепҡолов шул сәфәре хаҡында...

Тотош уҡырға 106

Жуков күлендә – мәйет...

Жуков күлендә – мәйет... 19.01.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфө районында ғәҙәттән тыш хәл булған. Хәбәр ителеүенсә, Жуков күле боҙонда бер ирҙең мәйете...

Тотош уҡырға 198

Мәңгелек ут курткаһына ҡабынған

Мәңгелек ут курткаһына ҡабынған 19.01.2019 // Яңылыҡтар

Йәшәү урыны булмаған бер ир Еңеү паркындағы Мәңгелек ут янына килеп йылынырға булған. Эргәһенә...

Тотош уҡырға 157

Дағстан урамында хәл нисек?

Дағстан урамында хәл нисек? 19.01.2019 // Яңылыҡтар

Мәғлүм булыуынса, 13 ғинуарҙа Өфөнөң Дим районы Дағстан урамындағы 12-се йорт диуарының йөҙлөгө...

Тотош уҡырға 67

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә

Сүп-сарыңды йыйып әҙерлә 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Йәмғиәт

Өфө хакимиәте сайтында ҡала биләмәһенән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигы билдәләнгән рәсми...

Тотош уҡырға 76

“Өфөнән өйрәнәбеҙ”

“Өфөнән өйрәнәбеҙ” 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Иҡтисад

“Өфө үҙгәрә, ундағы тормош яҡшырғандан-яҡшыра. Симферополь дә шуға ынтыласаҡ. Бар республика халҡын...

Тотош уҡырға 62