Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң отошло юл – берләшеү
Республикаға Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң мәғлүмәт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров килде. Уның менән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһының һанлы форматҡа күскәндән һуң эшмәкәрлегенең технологик мәсьәләләре хаҡында фекер алышты.

Республикала яңы форматҡа быйыл июндә күсергә планлаштырыла. Был йәһәттән бер ниндәй ҙә проблема булмаясаҡ, тине федераль хеҙмәт етәксеһе. Ул муниципаль каналдарҙа ғына ауырлыҡ барлығын билдәләне.

“Ундайҙар һәр төбәктә юҡ, шуға күрә үҙҙәренә автоматик рәүештә айырым төймә беркетеү ҡыйын, – тине Александр Жаров. – Хатта 21-се төймә буйынса илдең дүрт төбәгендә конкурс ойошторолмаған – уларҙың үҙ телевидениелары юҡ. Йәнә шуныһы, Рәсәйҙә дүрт ҡала каналы ғына тулыһынса үҙ тапшырыуҙарын күрһәтә. Ә күптәрҙең бындай өлөшө – ике – алты сәғәт, ҡалғаны – һатып алынған контент. Ундай каналдар кабелдә ҡалып, федераль партнерҙары һанлы форматҡа күсһә, мәсьәләне нисек хәл итергә? Көнәркәшлекте онотоп, бер нисә муниципаль каналлы ҡалаларҙа телестудияларға берләшергә кәрәк. Ошо юлды һайлағандар мотлаҡ отасаҡ тип ышанам”.

Александр Жаров шулай уҡ граждандарҙың интернеттағы хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса уҙғарылған кәңәшмәлә ҡатнашты. Республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән был сарала социаль, хоҡуҡ һаҡлау министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре лә булды.

Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: Олег Яровиков фотоһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Хәҙер шаурма бушлаймы?

Хәҙер шаурма бушлаймы? 15.02.2019 // Яңылыҡтар

Республиканың ҡайһы бер ҡалаларында урамдарҙы йәмһеҙләй тип ваҡ киосктарҙы бөтөрөү яғын ҡараһалар,...

Тотош уҡырға 85

Әкрен йөрөһәң... штраф

Әкрен йөрөһәң... штраф 14.02.2019 // Яңылыҡтар

Рәсәйҙә автомагистралдәрҙәге махсус майҙансыҡтарҙан тыш туҡтап торған һәм сәғәтенә 40 километрҙан...

Тотош уҡырға 110

Салауатта – яңы етәксе

Салауатта – яңы етәксе 13.02.2019 // Яңылыҡтар

Салауат ҡалаһы хакимиәтенә Өфөләге Киров районының элекке башлығы Динар Хәлилов етәкселек итәсәк....

Тотош уҡырға 152

Автобустарҙа хәрби йыр яңғырай

Автобустарҙа хәрби йыр яңғырай 13.02.2019 // Яңылыҡтар

Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын үтәгән ватандаштарыбыҙҙы иҫкә алыу көнө айҡанлы 15 февралдә Өфөлә...

Тотош уҡырға 59

Иң-иң журналистар кем?

Иң-иң журналистар кем? 13.02.2019 // Яңылыҡтар

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек” фонды V Бөтә Рәсәй журналистар конкурсының...

Тотош уҡырға 124

Халыҡ үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды

Халыҡ үҙен борсоған һорауҙарға яуап алды 12.02.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов һәм уның урынбаҫарҙары халыҡ менән сираттағы...

Тотош уҡырға 114

250 бала юлға әҙер

250 бала юлға әҙер 12.02.2019 // Яңылыҡтар

Сибайҙан 500 баланың Ҡырым шифаханаһына ебәреләсәге тураһында хәбәр ителгәйне инде. Был йәһәттән эш...

Тотош уҡырға 220

Автоүҙәкте ут ялманы

Автоүҙәкте ут ялманы 12.02.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөләге Индустриаль шоссела урынлашҡан ҙур автомобиль үҙәгендә янғын сыҡты....

Тотош уҡырға 126

Карьерға һыу тултырғас, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк

Карьерға һыу тултырғас, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк 12.02.2019 // Яңылыҡтар

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов Сибай карьерына һыу тултырыу...

Тотош уҡырға 180

Һауа торошо – даими контролдә

Һауа торошо – даими контролдә 12.02.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр ЛОПУХОВ:...

Тотош уҡырға 79

Борай районында яңы етәксе – Рөстәм Исхаҡов

Борай районында яңы етәксе – Рөстәм Исхаҡов 10.02.2019 // Яңылыҡтар

Борай районына яңы етәксе тәғәйенләнде. Ул – 2008 йылдан “Башҡортостандың муниципаль берәмектәре...

Тотош уҡырға 134

Тағы авария. Зыян күргәндәр бар

Тағы авария. Зыян күргәндәр бар 08.02.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн кискә табан Стәрлетамаҡ урамдарының береһендә “ГАЗель-next” автобусы электр бағанаһына...

Тотош уҡырға 151