Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Карьерға һыу тултырғас, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәк
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов Сибай карьерына һыу тултырыу барышы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, диаметры ике километр, тәрәнлеге 500 метр булған соҡор 100 метрға һыу менән тултырыласаҡ, йәнә 60 метры уның төбөнә китәсәк.

– Ошо рәүешле беҙ быҫҡып ятҡан мәғдән сығанаҡтарына кислородтың юлын ябабыҙ һәм уны һыуытабыҙ. “Уралмехангорнобр” институты менән берлектә карьерҙы өлөшләтә консервациялау проектын төҙөнөк. Соҡор төбөндә дүрт метр тәрәнлектә һыу ағыҙҙыҡ. Бөтәһе 469 метр ҡалынлыҡта тултырырға кәрәк буласаҡ. Бының өсөн унда һыу ағыҙыуҙы тәүлегенә 10 мең кубометрға еткерергә тейешбеҙ. Әле был һан алты мең кубометр тәшкил итә. Һыуҙы ер аҫтынан һәм күрше Ҡамаған карьерынан алабыҙ. Быға рөхсәтебеҙ бар, – тине ул.

Ильяс Әхмәтйәнов әйтеүенсә, эш оҙайлы буласаҡ, сөнки күләм ҙур ғына. Һыу ағыҙыу 20 мартҡа тиклем тамамланасаҡ. “Тап һыу тултырыу окисланыу сығанаҡтарын йөҙ процентҡа бөтөрәсәк”, – ти ул.

Бөгөн карьерҙа төтөн күҙәтелә, шулай уҡ көкөрт диоксидының һауала рөхсәт ителгән миҡдары 12 тапҡырға юғары. Был һауа торошона бәйле, сөнки бөгөн ел юҡ, карьерҙа төтөн йыйыла ла тирә-яҡҡа тарала.

Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.
Фото: Ксения Калинина фотоһы.
Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Табиптар оҙағыраҡ эшләй

Табиптар оҙағыраҡ эшләй 21.02.2019 // Яңылыҡтар

Киҫкен респираторлы инфекциялар һәм киҙеү (грипп) таралыуға бәйле эпидемиологик хәлдең...

Тотош уҡырға 57

Автобустарға “һунар” асылды

Автобустарға “һунар” асылды 21.02.2019 // Яңылыҡтар

Уҙған йыл Федоровка районы биләмәһендә балалар ташығанда юл-хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 179...

Тотош уҡырға 46

Хәбиров башҡортса шиғыр һөйләне

Хәбиров башҡортса шиғыр һөйләне 21.02.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Туған телдәр көнөнә арналған...

Тотош уҡырға 328

Йүнселдәрҙе көтәбеҙ

Йүнселдәрҙе көтәбеҙ 21.02.2019 // Яңылыҡтар

27 һәм 28 февралдә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Федераль бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ...

Тотош уҡырға 83

Байрам да, эш тә

Байрам да, эш тә 21.02.2019 // Яңылыҡтар

– Бөгөнгө сараға байрам тип тә, эш тип тә ҡарарға мөмкин, – тине “Торатау” конгресс-холында үткән...

Тотош уҡырға 58

Тиҙҙән осоп йөрөгәне лә булмаҫ тимә...

Тиҙҙән осоп йөрөгәне лә булмаҫ тимә... 21.02.2019 // Яңылыҡтар

Өфө трамвай-троллейбус заводында яңы троллейбус моделе өлгөһөн һәм йыйыу цехын күрһәттеләр. Яңы төр...

Тотош уҡырға 42

Француздарға Бөрйәндә ни кәрәк?

Француздарға Бөрйәндә ни кәрәк? 21.02.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанға француз ғалимы, Тәүтормош йәмғиәте тарихы милли үҙәгенең баш мираҫ һаҡлаусы...

Тотош уҡырға 55

Епшек ҡар яуа

Епшек ҡар яуа 21.02.2019 // Яңылыҡтар

“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ярашлы, иртәгә республикала епшек ҡар яуыуы көтөлә....

Тотош уҡырға 65

Хәбиров барып тыңланы

Хәбиров барып тыңланы 21.02.2019 // Яңылыҡтар

Кисә дәүләт башлығы Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уны башлап,...

Тотош уҡырға 160

60 миллион һум таратыласаҡ

60 миллион һум таратыласаҡ 21.02.2019 // Яңылыҡтар

Рус география йәмғиәте медиагранттарға ғаризалар ҡабул итә. Барлығы 60 миллион һумды бүлеү...

Тотош уҡырға 48

“Ынтылыш” ҡайҙа ынтыла?

“Ынтылыш” ҡайҙа ынтыла? 21.02.2019 // Яңылыҡтар

Әбйәлил районындағы “Яҡтыкүл” шифаханаһында район йәштәренең беренсе “Ынтылыш” белем форумы уҙҙы....

Тотош уҡырға 57

Төп бурыс – халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу

Төп бурыс – халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу 20.02.2019 // Яңылыҡтар

“Аныҡ милли проекттар һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ ҡылырға тейеш – Рәсәй Президенты...

Тотош уҡырға 62