Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөрләне Мәскәү, гөрләне!

Башҡортостан – баш ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың йөрәк түрендә.

Бынан теүәл 100 йыл элек, 1919 йылдың мартында, Мәскәүҙә Башҡортостанды автономиялы республика тип иғлан итеү тураһында килешеү төҙөлә. Рәсәйҙең федератив ҡоролошона нигеҙ һалған был мөһим документҡа үҙәк власть вәкилдәре – Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Владимир Ленин, Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты (ВЦИК) рәйесе вазифаһын башҡарыусы Михаил Владимирский, Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары Иосиф Сталин, ә Башҡорт Хөкүмәте яғынан уның рәйесе Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев, Хөкүмәт ағзаһы Муллайән Халиҡов һәм Башҡорт ғәскәре адъютанты Әбдрәшит Бикбаув ҡул ҡуя. Шуға күрә республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған рәсми сараларҙың тап Мәскәүҙә башланыуы һис тә осраҡлы хәл түгел. 6 мартта Халыҡ-ара музыка йортонда үткән ҙур байрам концерты “Башҡортостанда тыуғандар” тип аталды һәм йөрәге түрендә һәр саҡ бәләкәй Ватанына оло һөйөү йөрөткән милләттәштәребеҙҙе бергә йыйҙы.

Байрамда Башҡортостан Башлығы вазифа­һын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, шулай уҡ федераль власть органдары етәк­селәре, Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, бизнес-берләшмәләр, йә­мәғәт ойошмалары вәкилдәре, Башҡорт­ос­тандан сыҡҡан билдәле шәхестәр ҡатнашты.

Концерт киске сәғәт 7-лә башланыуға ҡара­маҫ­тан, Халыҡ-ара музыка йортона алдан уҡ кешеләр күпләп ағылды. Мәскәүҙең иң ма­тур мәҙәниәт һарайҙарының береһе был кистә, гүйә, бәләкәй Башҡортостанға әүерелде.

Байрам ҡунаҡтарын фойела бай йөкмәт­келе күргәҙмә ҡаршы алды, бында 40-тан ашыу ижади эш стенды ҡуйылған ине. Улар Башҡортостандың тарихи үткәнен, бай тәби­ғәтен генә түгел, бөгөнгө иҡтисади-мәҙәни мөмкинлеген, киләсәккә маҡсаттарын да асыҡ сағылдырҙы.

Республика Башлығы вази­фаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы Радий Хәбиров фойела халыҡ менән аралашты, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Был сара Мәскәү хәбәрселәренең дә иғтибарынан ситтә ҡал­маны, уны Рәсәйҙең тиҫтәләгән киң мәғлүмәт сараһы яҡтыртты. Улар республиканың 100 йыллыҡ юбилейы, был байрамдың әһәмиәте, Башҡортостандың бөгөнгө үҫеш юлы менән ҡыҙыҡһынды.

– Башҡортостан – Рәсәй мәҙәниәтенә бөйөк шәхестәр үҫтергән төбәк. Беҙ Сергей Аксаковты, Михаил Нестеровты, Рудольф Нуриевты, Мостай Кәримде яҡты хәтер менән иҫкә алабыҙ. Заман­даштарыбыҙ Владимир Спиваков, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Юрий Шевчук, Земфира, Алһыу менән ғорурланабыҙ. Беҙҙең гүзәл ере­беҙҙә тыуған кешеләр ҡайҙа ғына йәшәмәһен, нин­дәй генә урындарҙа эшләмәһен, Башҡорт­ос­тандың һәр ваҡыт уларҙың йөрәк түрендә булыуын яҡшы беләбеҙ, – тине төбәгебеҙ етәксеһе, тан­таналы сараны асып. – Бөгөн һеҙҙе ошо күр­кәм залға йөрәк йылыбыҙ менән уртаҡлашыу өсөн йыйҙыҡ. Эйе, беҙ – Башҡортостандан, әм­мә беҙ – Рәсәй тип аталған бөйөк илдең бер өлөшө.


Радий Фәрит улы сығышында республика­быҙ­ҙың үҙ үҫешенең икенсе йөҙ йыллығын башлауын һәм был дәүергә уның көслө, ышаныслы төбәк булып аяҡ баҫыуын билдәләне. Ул шулай уҡ юбилей тантанаһын уртаҡлашырға килгән барлыҡ халыҡҡа, шундай мөһабәт һарайҙа йыйылыу мөмкинлеге биргән баш ҡала мэры Сергей Собянинға оло рәхмәтен белдерҙе.

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған тарихи тамашала Башҡортостанды донъя кимә­лендә танытҡан сәхнә оҫталары сығыш яһаны.

Рәсәйҙең халыҡ артисы Владимир Спиваков етәк­ләгән Милли филармония оркестры, Башҡортостандың халыҡ артистары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Башҡортостандың атҡа­ҙанған артистары Артур Нәзиуллин, Рөстәм Хә­миҙуллин, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Диләрә Иҙрисова, Тимофей Влади­мировтың сығыштары тылсымлы моң донъяһына сорнаны. Тамашасылар Башҡортос­тандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың ҡурай моңон көслө алҡыштарға күмеп, музыкантты сәхнәгә ҡабат-ҡабат саҡырып сығарҙы. В. Спиваковтың Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында Гран-при яулаған Испания вәкиле Мария Дуэньястың сығышы ла сараның матур биҙәге булды.
Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған тантана хаҡында абруйлы ҡунаҡтар ҙа тәьҫораттары менән ихлас бүлеште.

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:
– Сара иҫ киткес матур мөхиттә үтте, юғары кимәлдә ойошторолдо. Был шулай бу­лырға тейеш тә, сөнки Баш­ҡортостан – Рәсәйҙә иң тәүге автономиялы республика, илдең федератив ҡоролошона юл асҡан төбәк. Ул быуаттар буйына Рәсәйҙең терәге, ышаныслы юлдашы, дуҫы булған һәм бөгөн дә шул ҡиммәттәргә тоғро ҡала.

Төбәгебеҙ бай, көс-ҡеүәте ҙур. Бығаса уны нефть, шифалы бал, бөйөк Салауат Юлаев төйәге тип белһәләр, әлеге саранан һуң күптәр, айырыуса мәскәүҙәр, уны үҙе өсөн өр-яңынан асҡандыр, тип уйлайым.

Республикабыҙ үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршы ала, матур эштәр менән билдәләй. Мәҫәлән, “Башҡортостандың 100 исеме”, “100 йыллыҡҡа – 100 объект” кеүек проекттар бик әһәмиәтле. Күпме мәктәптәр, балалар баҡсалары, мәҙәниәт усаҡтары төҙөп тапшырылды һәм тағы ла сафҡа инәсәк.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ,
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:
– Бөгөн Башҡортостан – Рә­сәйҙең иң көслө, үҫешкән төбәк­тә­ренең береһе. Ситтән ҡара­ғанда был айырыуса ныҡ һиҙелә. Мин һәр ваҡыт билдәле шәхестә­ре­беҙҙең уңыштары менән ғорурла­нам, уларҙың талантына һоҡланам, ил кимәлендә берәй ҡаҙаныш яулаған яҡташымды “Ул – Башҡортостандан!” тип билдәләргә, башҡаларға танытырға тырышам.

Бөгөнгө сара ла таланттарға бай төбәк бу­лыуыбыҙҙы асыҡ күрһәтте. Бында бит Баш­ҡортостанда тыуғандар ғына түгел, сәйәсмәндәр, дәүләт эшмәкәрҙәре, федераль власть органдары һәм сит ил вәкилдәре лә ҡатнашты.

Тағы ла бер тапҡыр республикабыҙҙың ил кимәлендә тотҡан урынын, уның Рәсәйҙең терәк төбәктәренең береһе булыуын лайыҡлы таныта алдыҡ.

Люциә БУКАНОВА,
Санкт-Петербург ҡалаһы башҡорттарының милли-мәҙәни берләшмәһе етәксеһе:
– Республи­кабыҙ­ҙың 100 йыллығына арналған ҙур тантана буласағын ишет­кәс, беҙ, төньяҡ баш ҡала башҡорттары, тотош де­легацияға берләшеп, оло ҡыуаныс менән килдек. Концерт шул тиклем ныҡ оҡшаны, яҡ­таш­тарым өсөн оло ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем.

Республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейын Санкт-Петербург ҡалаһында ла үткәрһәләр, бик шат булыр инек. Бөгөн Питерҙа һәм Ленинград өлкәһендә бер нисә мең башҡорт йәшәй.


Абрар ЯРЛЫҠАПОВ,
иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле:
– Бик күп йылдар, ярты быуат самаһы, Мәс­кәү­ҙә йәшәһәк тә, Башҡортостан менән, уның тор­мошо, социаль-иҡтисади хәле, халҡыбыҙ йәшәйеше менән даими ҡыҙыҡһынып торабыҙ, бәләкәй Ватаныбыҙҙың һәр яңылығы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Бөгөнгө республика етәкселеге алып барған йүнәлеш киләсәккә ҙур өмөттәр бағларға ышаныс бирә. Транспорт хеҙмәт­ләндереүенә, юлдар торошона иғтибарҙың артыуы маҡтауға лайыҡ.
Ә инде бөгөнгө сараға кигәндә, ул Мәскәүҙә йәшәгән башҡорттар, тамырҙары Башҡортостан менән бәйле халыҡ өсөн иҫ киткес ҙур сара, оло тантана булды. Мин быны беҙгә, Мәскәү башҡорттарына, ихтирам билдәһе тип тә ҡабул иттем. Икенсе яҡтан, юбилей сараһының илебеҙҙең баш ҡалаһында рәсми асылыуы республикабыҙҙы тағы ла киңерәк танытыуға, әлеге түңәрәк датаның бәҫен һәм баһаһын арттырыуға булышлыҡ итте, тип уйлайым.


Ришат ХАЛИҠОВ, Башҡортостан Рес­пуб­ликаһының Рәсәй Фе­де­рацияһы Президенты ҡа­рамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге советнигы:
– Иң тәүҙә ошондай матур сара ойошторғаны өсөн республика етәкселегенә оло рәхмәтемде еткерәм. Башҡортостандың тыуған көнө минең өсөн икеләтә шатлыҡлы, сөнки мин дә ошо көндә тыуғанмын, тик республикамдан 27 йәшкә йәшерәкмен.

Бөгөн Башҡортостанда тыуып үҫеп, Мәскәүҙә төпләнгән яҡташтарым ниндәй генә өлкәлә хеҙмәт итмәй! Уларҙы бөтә ведомстволарҙа, министрлыҡтарҙа осратырға мөмкин.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров “Беҙ яҡшыраҡ булдырасаҡбыҙ!” тигән саҡырыу менән сығыш яһағайны. Беҙ ҙә бының шулай булырына ныҡлы ышанабыҙ, сөнки Башҡортостандың һәр йәһәттән алдынғы булырына, ошоғаса яулаған үрҙәрен тағы ла нығытырға бөтә мөмкинлектәре бар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бер йылдан сафҡа инәсәк

Бер йылдан сафҡа инәсәк 20.03.2019 // Яңылыҡтар

Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә эшләү, мәғлүм булыуынса, 2017 йылда...

Тотош уҡырға 25

“Мин һеҙҙе үҙем яҡлаясаҡмын!”

“Мин һеҙҙе үҙем яҡлаясаҡмын!” 20.03.2019 // Яңылыҡтар

Стәрлетамаҡта эш сәфәре менән булғандан һуң төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы хакимиәт...

Тотош уҡырға 73

Павел Грудинин ҡатынының аңлайышһыҙ өлөшө

Павел Грудинин ҡатынының аңлайышһыҙ өлөшө 20.03.2019 // Яңылыҡтар

Элекке тормош иптәше Мәскәүҙең Никулинский судында ғәҙеллек юллай....

Тотош уҡырға 108

Радий Фәрит улы Хәбировҡа — 55 йәш!

Радий Фәрит улы Хәбировҡа — 55 йәш! 20.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан ерендә тыуып үҫкән Радий Фәрит улы Хәбиров эш башлаған тәүге көндәренән үк үҙен...

Тотош уҡырға 135

Беренсе Президент Радий Хәбировты ҡотланы

Беренсе Президент Радий Хәбировты ҡотланы 20.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 109

Көндөҙ йылына

Көндөҙ йылына 19.03.2019 // Яңылыҡтар

“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ярашлы, 20 мартта бер аҙ епшек ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ....

Тотош уҡырға 93

Керлинг ярышына барып, бала таба

Керлинг ярышына барып, бала таба 18.03.2019 // Яңылыҡтар

Яңыраҡ Красноярск ҡалаһында донъяның юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ҡышҡы Универсиада...

Тотош уҡырға 145

Ҡыштың китә барыуы...

Ҡыштың китә барыуы... 17.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар фаразлауынса, был осорҙа һауа торошо ниндәй буласаҡ?...

Тотош уҡырға 141

Ҡырҙа булмаҫһың, Ҡырым!

Ҡырҙа булмаҫһың, Ҡырым! 15.03.2019 // Яңылыҡтар

18 март – Ҡырым Рәсәйгә ҡушылған көн....

Тотош уҡырға 69

Һаман туҡтамай...

Һаман туҡтамай... 14.03.2019 // Яңылыҡтар

Учалы районында төндә яуа башлаған ҡар һаман да туҡтамай....

Тотош уҡырға 91

"Ар ташы" һатыла

"Ар ташы" һатыла 13.03.2019 // Яңылыҡтар

Белорет районындағы “Ар ташы” ял базаһы һатыуға ҡуйылған. Хәбәр ителеүенсә, хаҡы – 100 миллион һум....

Тотош уҡырға 121

Балаһын туғыҙынсы ҡаттан ташлаған...

Балаһын туғыҙынсы ҡаттан ташлаған... 13.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөлә ҡурҡыныс ваҡиға булды – 21 йәшлек әсә туғыҙынсы ҡаттан ике йәшлек ҡыҙын ташлаған һәм...

Тотош уҡырға 230