Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырҙа булмаҫһың, Ҡырым!

18 март – Ҡырым Рәсәйгә ҡушылған көн.

Дүшәмбе көнө илебеҙ Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылған, ә дөрөҫөрәге – ярымутрауҙың үҙ Ватанына әйләнеп ҡайтҡан көнөн билдәләйәсәк. Тап 18 мартта Мәскәүҙә Кремлдең Ҙур һарайындағы Георгий залында был биләмәнең Рәсәй составына кире ҡайтыуы тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Был Килешеү алдынан барған йәнле хәл-ваҡиғалар барыһының да хәтерендәлер: 2014 йылдың 16 мартында Ҡырымда уның статусы тураһында референдум үткәрелде, халыҡтың 96,77 проценты Рәсәйгә ҡушылыуҙы яҡлап тауыш бирҙе, 17 мартта Ҡырым Республикаһы иғлан ителде.

Башҡортостанды Ҡырым менән тығыҙ хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. 2014 йылдың 24 апрелендә, йәғни референдум үтеүгә һәм килешеүгә ҡул ҡуйыуға бер ай ғына уҙыуға, ике республика араһындағы Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә лә имзалар һалынды. Ә был мәлдә Өфөнән Ҡырымдың Белогорск районына тәғәйенләнгән каруан юлға сыҡҡайны инде.

Быйыл да күптән түгел Ҡырым делегацияһы Башҡортостанда булып китте. “Республикабыҙға сәфәрегеҙ – мөһим һәм етди ваҡиға, беҙ Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң үткән биш йыл дауамында эшлекле бәйләнеш­тәрҙе нығыта барабыҙ, һеҙ – беҙҙең өсөн туғандай яҡын кешеләр”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. Быға яуап итеп, Ҡырым етәксеһе Сергей Аксенов шулай тине: “Һеҙ беҙгә ҡатмарлы ваҡытта ярҙам иткән кеүек, Ҡырым да ярҙамынан баш тартмаясаҡ. Сибай балаларын шифаханаларға ҡабул итеү өсөн барыһы ла әҙер”. Белеүебеҙсә, экологик һәләкәткә дусар булған был ҡаланан 250 бала Ҡырымда һаулығын нығытып ҡайтты ла инде, тағы бер төркөм сабый диңгеҙгә китте. Үҙ-ара хеҙмәттәшлектең артабан да шулай эш менән иҫбатлана барасағына шик юҡ.

Белешмә: Ҡырым Рес­пуб­ликаһы 26,2 мең квадрат кило­метрҙы биләй, йәғни Башҡорт­остандан биш тапҡырға бәләкәйерәк. Халҡы – ике миллионға яҡын кеше, шуның 60 проценты самаһы – урыҫтар, 24 проценты – украиндар, 12 проценты – Ҡырым татарҙары, 1,5 проценттан аҙырағы – белорустар. Урыҫ, украин һәм ҡырым татарҙары теленә дәүләт статусы бирелгән. Административ үҙәге Симферополь ҡалаһында 360 мең кеше йәшәй.

Иҡтисадының төп тармаҡтары – сәнәғәт (530-ҙан ашыу ҙур һәм уртаса предприятие бар), туризм, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы, баҡсасылыҡ.

Автор: Р. КӘЛИМУЛЛИН әҙерләне
Фото: gazeta-chi.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Көндөҙ йылына

Көндөҙ йылына 19.03.2019 // Яңылыҡтар

“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ярашлы, 20 мартта бер аҙ епшек ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ....

Тотош уҡырға 61

Керлинг ярышына барып, бала таба

Керлинг ярышына барып, бала таба 18.03.2019 // Яңылыҡтар

Яңыраҡ Красноярск ҡалаһында донъяның юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ҡышҡы Универсиада...

Тотош уҡырға 121

Ҡыштың китә барыуы...

Ҡыштың китә барыуы... 17.03.2019 // Яңылыҡтар

Синоптиктар фаразлауынса, был осорҙа һауа торошо ниндәй буласаҡ?...

Тотош уҡырға 129

Һаман туҡтамай...

Һаман туҡтамай... 14.03.2019 // Яңылыҡтар

Учалы районында төндә яуа башлаған ҡар һаман да туҡтамай....

Тотош уҡырға 85

"Ар ташы" һатыла

"Ар ташы" һатыла 13.03.2019 // Яңылыҡтар

Белорет районындағы “Ар ташы” ял базаһы һатыуға ҡуйылған. Хәбәр ителеүенсә, хаҡы – 100 миллион һум....

Тотош уҡырға 115

Балаһын туғыҙынсы ҡаттан ташлаған...

Балаһын туғыҙынсы ҡаттан ташлаған... 13.03.2019 // Яңылыҡтар

Бөгөн Өфөлә ҡурҡыныс ваҡиға булды – 21 йәшлек әсә туғыҙынсы ҡаттан ике йәшлек ҡыҙын ташлаған һәм...

Тотош уҡырға 222

Осрашыуҙар һөҙөмтәле булды

Осрашыуҙар һөҙөмтәле булды 13.03.2019 // Яңылыҡтар

Мәскәүҙә Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 73

Башҡорт илен күргеләре килә

Башҡорт илен күргеләре килә 12.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостанда киләһе йыл Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ....

Тотош уҡырға 88

Ҙур аудиторияны нисек яуларға?

Ҙур аудиторияны нисек яуларға? 12.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының киңәйтелгән коллегияһы ултырышында...

Тотош уҡырға 108

Гөрләне Мәскәү, гөрләне!

Гөрләне Мәскәү, гөрләне! 12.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостан – баш ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың йөрәк түрендә....

Тотош уҡырға 73

"Төҙөлөш графикка ярашлы бара"

"Төҙөлөш графикка ярашлы бара" 11.03.2019 // Яңылыҡтар

“Беренсе Трест” төҙөүсе компанияһы Рәсәй ҡануниәтендәге барлыҡ алымдар ярҙамында үҙенең абруйын...

Тотош уҡырға 69

"Беренсе Трест" эшен дауам итә

"Беренсе Трест" эшен дауам итә 11.03.2019 // Яңылыҡтар

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә,...

Тотош уҡырға 64